Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
24 Июль 2018, 10:48

Тәжрибә менән уртаҡлаштылар

19 июлдә районыбыҙҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ярҙам итеү буйынса 1-се Урал аръяғы фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

19 июлдә районыбыҙҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ярҙам итеү буйынса 1-се Урал аръяғы фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Уны Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Республика йөрәк-ҡан ауырыуҙары үҙәге, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы ойошторҙо. Конференцияла Урал аръяғы райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан һәм Сибай ҡала округынан бөтәһе йөҙ етмеш дүрт кеше ҡатнашты.

Баш һүҙ менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов сығыш яһаны. Ул килгән ҡунаҡтарҙы районыбыҙҙың хәл-торошо, иҡтисади үҫеше, социаль өлкә менән таныштырҙы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы, шулай уҡ хәл итергә кәрәкле мәсьәләләрҙе билдәләне.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Руслан Латипов коллегаларына медицина хеҙмәттәрен үҫтереү, медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын ка-миллаштырыу хаҡында, үлем күрһәткестәрен түбәнәйтеүгә йүнәлтелгән сараларҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында ентекләп бәйән итте.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгес кардиологы, Республика йөрәк-ҡан ауырыуҙары үҙәге баш табибы Ирина Николаева был сараның мөһимлеген, проблемаларҙың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, конференцияның мөһим мәсьәләләрен дә билдәләп үтте. Сығыш яһаусы шулай уҡ йөрәк-ҡан ауырыуҙары менән яфаланыусылар өсөн ниндәй генә эффектлы дарыу-препараттар уйлап сығарылыуға, дауалауҙың төрлө хирургик ысулдарына ҡарамаҫтан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары тәүге урында тороуын әйтте.

Ирина Николаева шулай уҡ тыңлаусылар алдында Урал аръяғы райондарында ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре буйынса тулы, ентекле анализ яһаны.

- Халыҡтың иғтибарын ошо проблемаға йүнәлтеү, сәләмәт тормош алып барырға өндәү - беҙҙең, табиптарҙың, урындағы хакимиәт вәкилдәренең, етәкселәрҙең уртаҡ мәсьәләһе ул, - тине Ирина Николаева. Эйе, профилактик сараларҙың береһе - аңлатыу, һаулыҡ һаҡлауҙың модулле программаһы буйынса уҡытыу. 1, 2, 3, 4-се модулдәр мәктәпкәсә һәм мәктәптәрҙәге, эшкә яраҡлы, пенсия йәшендәге халыҡҡа сәләмәт тормош алып барырға күндереүгә йүнәлтелгән. Республика йөрәк-ҡан ауырыуҙары үҙәге профилактик сараларҙа ошо модулдәр менән уртаҡлашырға әҙер икәнлеген дә белдерҙе.

Шулай уҡ әһәмиәтле сараның төп ҡунағы - Мәскәү ҡалаһынан килгән «Профилактик медицина тикшеренеүҙәре үҙәге»нең әйҙәүсе белгесе Надир Әхмәдйәновтың сығышы конференция ҡатнашыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ ул конференцияның юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм ҡалабыҙҙың Рәсәй ҡалалары араһында иң таҙаһы һәм матуры икәнлеген дә билдәләп үтте, учалылар менән һоҡланыуын белдерҙе.

Республика йөрәк-ҡан ауырыуҙары үҙәгенең хирургия буйынса баш табип урынбаҫары Богдан Олейник үҙенең телмәрендә бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Шулай уҡ үҙҙәренең докладтарында йөрәк ауырыуҙары өлкәһендә осраған актуаль проблемалар менән Республика йөрәк-ҡан ауырыуҙары үҙәгенең табибы, 3-сө кардиохирургия бүлексәһе етәксеһе Вәли Юнысов һәм табип-кардиолог Азат Баһауетдинов та таныштырҙылар.

Конференцияның икенсе өлөшө «һорау-яуап» форматында үтте, барыһы ла тәжрибә менән уртаҡлашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға квали-фикациялы яуаптар алды.

Эш сәфәре барышында Ирина Николаева Учалы үҙәк ҡала дауаханаһын ҡараны, Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды, хирургия корпусының, реанимация, терапия бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты, дауахананың ололар һәм балалар регистратураһы менән танышты.

Вилиә ЗАРИПОВА.
Читайте нас: