Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
7 Август 2018, 10:59

Донъя хәлдәре

РФ Президенты В.В.Путин НДС - «Өҫтәмә хаҡҡа һалым» тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. 2019 йылдың 1 ғинуарынан был түләү 18 проценттан 20 процентҡа күтәреләсәк. Аҙыҡ-түлеккә, балалар тауарҙарына, мәғариф һәм мәҙәниәт менән бәйле продукцияға түбәнәйтелгән ставка билдәләнә. Нисек кенә булмаһын, яңы йылдан хаҡтар күтәреләсәк инде.

РФ Президенты В.В.Путин НДС - «Өҫтәмә хаҡҡа һалым» тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. 2019 йылдың 1 ғинуарынан был түләү 18 проценттан 20 процентҡа күтәреләсәк. Аҙыҡ-түлеккә, балалар тауарҙарына, мәғариф һәм мәҙәниәт менән бәйле продукцияға түбә-нәйтелгән ставка билдәләнә. Нисек кенә булмаһын, яңы йылдан хаҡтар күтәреләсәк инде.


Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы даими рәүештә «бәхет рейтингы» алып бара. Быйылғы һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тормоштан иң ҡәнәғәт кешеләр Финляндияла йәшәй. Унан ҡала Дания, Исландия, Швейцария, Нидерланды, Канада, Яңы Зеландия, Швеция һәм Австралия. Беҙҙең Рәсәй иһә былтырғы 49-сы урындан 59-сы урынға төшөп ҡалды.


Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһындағы бер йортта электр энергияһы көсөргәнеше «һикереп», кешеләрҙең телевизор-һыуыт-ҡыстар юҡҡа сыға. Торлаҡ менән идара итеү-се компания вәкилдәре саҡырыла. Бер ир, электр селтәрҙәре генә иҫке түгел, башҡа етешһеҙләктәр ҙә күп, тип бәлә һала. Тикше-реүселәрҙе балконға саҡырып, яндауырҙы һелкетергә тотона - йәнәһе, ҡарағыҙ, саҡ-саҡ ҡына тора бит. Балкондың перилалары ошолай ҡағылыуға сыҙамай, емерелә һәм бахыр ир 4-се ҡаттан йығылып төшөп үлде.


Чукотка янында Рәсәй сик һаҡсылары Аме-риканың Аляскаһынан кәмәлә йөҙөп килгән кешене тота. Теге, Ҡытайға йүнәлгәйнем, ни-ңәлер Рәсәйгә эләктем, тип белдерә. Һәм сә-йәси һыйыныу хоҡуғы һорай. Иң башта тегенең аҡылы теүәл микән икәнлеген тикшерергә булалар, тип хәбәр ителде.


Ҡытайҙарҙың ғәҙәте бар икән - оло кеше-ләр ҡиммәт хаҡҡа үҙҙәренә алдан табут алып ҡуялар. Йәнәһе лә, өйҙәрендә торһа, далан һәм оҙон ғүмер юрап торасаҡ. 46 миллион кеше йәшәгән Цзянси провинцияһында ауыл хужа-лығы өсөн ер етмәй башлағас, урындағы властар мәрхүмдәрҙе ерләргә тыйып, тулыһынса кремацияға күсеүҙе ғәмләгә индереп маташты. Кампания барышында алдан хәстәрләнгән йөҙәр-меңәр табуттарҙы ҡарттарҙан тартып алып, бульдозер менән тапатырға ла тотоналар. Халыҡ ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерә, бәғзеләр табуттары эсенә инеп ята башлай. Властар, саманан тыш ҡырҡыу тотонған түрәләрҙе яуапҡа тарттырып, реформаны кисектерергә ҡарар итә.


Ҡалған илдәр буйынса статистика юҡ, ә бына Америкала йыл һайын 450 тирәһе кеше йоҡлағанда карауаттарынан йығылып төшөп үлә, ти. Диванда һуҙылып ятыу ҡурҡыныс икәнлекте аңлатмай инде был, кемгә Хоҙай күпме ғүмер биргән, шул тиклем йәшәй. Бына бит, Мексикала пассажир самолеты һауаға күтәрелә лә, һауа торошо арҡаһында ергә кире ҡолай, янғын ҡуба. Һәм ошо үлемесле мәхшәрҙә 99 пассажир һәм 4 пилоттың барыһы ла иҫән ҡалғандар. Әҙәм ышанмаҫлыҡ бит был хәлгә.


Колумбиялағы наркосауҙагәрҙәре Сомбра ҡушаматлы этте үлтерергә киллерҙар яллай, 70 мең доллар (4-4,5 миллион һум тирәһе) вәғәҙә итәләр. Баҡһаң, быйыл был полиция эте таможняла 10 тонна кокаин таба. Бандиттар, бер яҡтан, үс алмаҡсы булһа, икенсе яҡтан - артабан да йәшерен ташылған наркотикты табыр, тип ҡурҡаларҙыр. Был хаҡта белеп ҡалғас, полиция етәкселеге эткә айырым һаҡ тәғәйенләй һәм аҫрау урынын аэропортҡа күсерәләр.


Беҙҙә ни, ҡапма-ҡаршы хәл булды тиерлек. Тула өлкәһендәге бер холоҡ төҙәтеү колония-һында ултырған граждан, иреккә сығарылғанда, колония биләмәһендә көн күргән бесәйҙе үҙе менән эйәртә. Кеҫәле муйынсаҡ тектереп нар-котик һала, шунан бесәйҙе сығарып ебәрә: йәнәһе лә, бесәй йәшәгән еренә кире ҡайтыр, колониялағы енәйәтселәргә «күстәнәс» илтер. Хәҙер бесәй генә түгел, уның яңы хужаһы ла колонияға кире ҡайтасаҡтар инде.

Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.




Читайте нас: