Яйыҡ
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
10 Август 2018, 10:40

Кәмей барабыҙ, йәмәғәт!

Район хакимиәтендә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко етәкселегендә миграция һорауҙары буйынса киңәй-телгән кәңәшмә үтте.

Район хакимиәтендә хаки-миәт башлығының соци-аль сәйәсәт буйынса урын-баҫары Зөһрә Гордиенко етәкселегендә миграция һорауҙары буйынса киңәй-телгән кәңәшмә үтте.

Сарала ҡала һәм ауыл хакимиәттәре, социаль уч-реждение вәкилдәре ҡат-нашты. Сығыш яһаусылар тыуым, үлем һәм миграция күрһәткестәрен тикшерҙе.

Ултырышты асып, Зөһрә Гордиенко район халҡы-ның миграция буйынса һөҙөмтәләре менән та-ныштырҙы. Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, халыҡ иҫәбе районда 2018 йыл-дың 1 ғинуарына 70 968 кеше тәшкил итә, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 323 кешегә әҙерәк. Ағымдағы йылдың ғинуар-июнь айҙарында, үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда, вафат булыу-сылар һаны 25 кешегә арт-ҡан, ә тыуым күрһәткестәре 21 кешегә күбәйгән.

Ярты йылдың һөҙөм-тәләренә ҡарағанда, тө-бәгебеҙҙән халыҡ күпләп кү-сеп китә башлаған. Былтыр ғинуар-июнь айҙарында 100 кеше ҡала-районыбыҙҙан күсеп киткән булһа, быйыл ошо осорҙа - йөҙ егерме ике .

Миграцияға ҡағылышлы һорауҙарға шулай уҡ Эске эштәр министрлығының Учалы районының миг-рация һорауҙары буйынса бүлеге начальнигы Радик Юнысов асыҡлыҡ индерҙе. Ағымдағы йылдың 7 айы эсендә 482 кеше иҫәпкә ҡуйылған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 83 кешегә күберәк (399). Әлеге ваҡытта төбәгебеҙ-ҙә 309 сит ил граждандары йәшәй. Ағымдағы йылда 43 кешенең регистрацияһыҙ көн күреүе асыҡланған.

Нигеҙҙә, ауыл халҡы ситкә китергә тырыша. Ошо турала Уральск ауыл хакимиәте башлығы Фә-нил Әхмәҙиев һәм Сәфәр ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Зи-фа Фәйзуллина бәйән ит-теләр. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, йәштәр ауыл-да ҡалып бармай, юғары уҡыу йорттарына уҡырға ки-тәләр һәм тыуған ауылда-рына әйләнеп ҡайтмайҙар, сөнки, береһенә лә сер түгел - ауылдар үҫешмәй, эш юҡ, булған хәлдә лә, эш хаҡы ҡәнәғәтләнерлек түгел. Шуға ла күптәр оҙон аҡса артынан ҙур ҡалаларға китәләр. Хатта Учалыға ҡа-рағанда, күрше Белоретты өҫтөн күреүселәр бар.

Артабан район хакимиә-тенең иҡтисади үҫеш, ин-вестициялар һәм эшҡы-уарлыҡ бүлеге начальнигы Лира Сәфиуллина сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренән, һуңғы ваҡытта төбәгебеҙгә һәр яҡлап инвестициялар күпләп йәлеп ителә. Ауыл хужалығы ла ситтә ҡалмай.

Киләсәктә мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышанайыҡ. Мәҫәлән, Учалы тегеү фаб-рикаһы эшселәр өсөн дө-йөм ятаҡ төҙөүе тураһында мәғлүм булды. Ситтән ки-леүселәр эш менән тәьмин ителәсәк,торлаҡ мәсьәлә-һе лә үҙенән-үҙе хәл ителә-сәк. Берәй уҡыу йортоноң филиалын асҡанда ла, зы-ян итмәҫ, исмаһам, йәш егет-ҡыҙҙар үҙебеҙҙә ҡалыр, һуңынан эш тә табылыр ине.

Вилиә ЗАРИПОВА.
Читайте нас: