Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
14 Август 2018, 11:39

Донъяла ниҙәр бар?

Үткән йәкшәмбе Рәсәй, Әзербайжан, Иран, Ҡаҙағстан, Төркмәнистан етәкселәре Аҡтау ҡалаһында осрашып, Каспий диңгеҙенең хоҡуҡ статусы тураһында конвенцияға ҡул ҡуйҙылар. Юғары ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән ил президенты Нурсолтан Назарбаев әйтмешләй, «диңгеҙҙең үҙ конституцияһы барлыҡҡа килде». Уртаҡ фекергә килгәнсе 22 йыл бәхәсләшергә һәм килешергә тура килгән, ти! Ниһайәт, һыу ятҡылығын бөтә сиктәш дәү-ләттәр ғәҙел файҙаланыу тәртибе көйләнде, иң мөһиме - сит илдәрҙең ҡораллы көстәрен Каспийға яҡын да йөрөтмәйәсәктәр.

Үткән йәкшәмбе Рәсәй, Әзербайжан, Иран, Ҡаҙағстан, Төркмәнистан етәкселәре Аҡтау ҡалаһында осрашып, Каспий диңгеҙенең хоҡуҡ статусы тураһында конвенцияға ҡул ҡуйҙылар. Юғары ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән ил президенты Нурсолтан Назарбаев әйтмешләй, «диңгеҙҙең үҙ конституцияһы барлыҡҡа килде». Уртаҡ фекергә килгәнсе 22 йыл бәхәсләшергә һәм килешергә тура килгән, ти!

Ниһайәт, һыу ятҡылығын бөтә сиктәш дәү-ләттәр ғәҙел файҙаланыу тәртибе көйләнде, иң мөһиме - сит илдәрҙең ҡораллы көстәрен Каспийға яҡын да йөрөтмәйәсәктәр.


Росстат мәғлүмәттәренә ҡараһаң, тормош беҙҙә бик яҡшы. Былтыр тәүге алты айҙа уртаса эш хаҡы 38 мең һум булһа, быйыл - 42 мең 500 һум. Шул уҡ ваҡытта, «Ромир» үҙәге тик-шереүҙәре күрһәтеүенсә, 39 процент Рәсәй халҡы аҙыҡ-түлектә аҡса экономияларға мәж-бүр. Һәр өсөнсө кеше теләгән кейемен кейә алмай. «Элмәле тундар кеймәнек» йырындағыса.


Украина милли банкының департамент директоры Сергей Николайчук бәйән итте: сит илдәргә эшкә киткән украиндар былтыр ғаиләләренә 9,3 миллиард доллар күсергән, быйыл сумма 11 миллиардтан артыр, тип фаразлайҙар. Ҡыҙыҡ, Себергә иҡтисади һөргөнгә ирекле рәүештә һөрөлөргә мәжбүр булған яҡташтарыбыҙ Башҡортостанға күпме аҡса килтерә икән? Учалыла «вахтасылар» сағыштырмаса аҙ, тип иҫәпләнеүе лә ныҡ аптыратты, ҡалған райондарҙа беҙҙән дә күп!


Борис Чернышев - иң йәш РФ Дәүләт Думаһы депутаттарының береһе, 1991 йылда тыуған. Мәктәп йылдары тураһындағы иҫ-тәлектәр хәтерҙән юйылып бөтмәгәндер. Һәр хәлдә лә, Мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләп алғас, бөтә уҡыусыларҙы шатландырырлыҡ тәҡдим яһаны: мәктәптәрҙә балаларға өйгә эш биреүҙе тыйыу. Ҡалған илдәрҙә был алым хәҙер киң ҡулланыла икән, ошо рәүештә йәш быуынға күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән булырға форсат бирелә. Һаулыҡ - иң мөһиме инде!


Япон принцессаһы Мако-ханым кейәүгә сығырға тейеш ине, туй кисектерелде. Сөнки кейәүенең университетта уҡыу өсөн алған кредиттың түләп бөтөрөлмәүе асыҡлангған, ти. Ваҡсыл кешеләр инде, беҙҙә туйҙар ҙа бик йыш хәжәткә үткәрелә, ҡайһы саҡ ошо мәжлес өсөн юлланған кредит түләп бөтөрөлгәнсе йәштәр айырылышып та өлгөрә...


Өс миллион кеше тураһында мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереп, инглиз ғалимдары һығымта яһаны: тәүлегенә 7- 8 сәғәттән оҙағыраҡ йоҡлау инсульттан үлеү ихтималын - 56, инфаркт вафаты мөмкинлеген - 44 процентҡа арттыра, ти. Тик нимә сәбәп, нимә эҙемтә икәнлеге тураһында аныҡ әйтелмәне. Оҙаҡ йоҡлау зыян түгел, ә сәләмәтлеге хөрт кешеләрҙе гел йоҡоға тартып тороуы ла ихтимал бит!


Австралия дауаханаларында ун бишләп йыл элек дезинфекция өсөн спирт киң ҡулланыла башлаған була. Башта ыңғай эффект бирә - өҙлөгөүҙәр, сир аҙыу осраҡтары күҙгә күренеп кәмей. Һуңынан барыһы ла элекке хәлгә ҡайта. Сәбәбен белеү өсөн ғалимдар генетик анализ яһата һәм байтаҡ зарарлы микробтар спиртҡа ҡарата сыҙамлығы әйләнеүен күрәләр. Йәғни, яңы, айырыуса әрһеҙ «тоҡом» инфекцияны кеше үҙе сығара. Микробтар ҙа алкоголик...


Әлегә тиклем ишетергә тура килгәне юҡ ине, шершень тигән бөжәк башҡортсаға «траш» тип тәржемә ителә икән. Нисек кенә булмаһын, бал ҡорттарына һунар итеп, умартасыларға зыян килтерәләр. Британияның Тирә-яҡ мөхит, аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы министрлығы әмәлен тапты - траштарҙы тотоп, ҡанаттарына микродатчик беркетәләр. Ошо рәүештә, электрон сигналдар буйынса оялары ҡайҙа икәнлеген билдәләгәс, юҡ итеү еңелгә төшә.

Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.



Читайте нас: