Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
24 Август 2018, 13:46

Ғаиләләр тотороҡлоҡ, именлек яҡлы

Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ауыл Советтары башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ауыл Советтары башлыҡтары ме-нән кәңәшмә уҙғарҙы.

Тәүге ярты йылдағы эшмә-кәрлектәре барланды.

Ауыл биләмәләрендәге юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн бүленгән аҡса бик аҙ күләмдә үҙләштерелә икән. 2018 йылда был маҡсатҡа 11 милион һумдан ашыу аҡ-са бүленгән, тик йылдың тәүге яртыһында сумманың ни бары 9 проценты ғына үҙләштерелгән. Башлыҡтар эштең һүлпән барыуын подрядсы ойошмаларҙың килешеүҙе теүәл үтәмәүе менән аңлата. Фәрит Фәтих улы подрядсыларға ҡәтғи дәғүәләр ҡуйырға, контракт шарттарының боҙолоуын теркәп барырға ҡушты.

- Әгәр ҙә бүленгән аҡсаны ошо рәүешле үҙләштереү дауам итһә, киләһе йылға районға аҡса күпкә аҙыраҡ бүленәсәк бит, - тип билдә-ләне хакимиәт башлығы.

Ахун, Иманғол, Ҡунаҡбай, Мансур, Миндәк, Яңы Бай-рамғол, Поляковка, Туң-ғатар, Ураҙ, Уральск ауыл Советтарында электр энер-гияһына сығымдар артҡан, ә бына Учалы ауыл Советында, киреһенсә, сығым 40 процентҡа кәметелгән, Илсеғол менән Сәфәр ауыл ултыраҡтарында иһә 25-30 процентҡа түбәнәйтелгән.

Ауыл ултыраҡтары бюджетына анализ да эшләнде. Ағымдағы йылдың беренсе яртыһына килемдәр бу-йынса райондың консоли-дацияланған бюджетын үтәү 873,3 млн һум тәшкил иткән, йәғни уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 115,7 процент тигән һүҙ. Һалым һәм һалымдан бул-маған килемдәр 109,7 млн һум, уҙған йыл менән сағыш-тырғанда 36,6 % юғарыраҡ.

Республиканың консо-лидацияланған бюджетына һалым һәм һалымдан бул-маған килемдәр буйынса рейтингыһына күҙ һалһаҡ, Учалы районы биш ҡала округы, Өфө һәм Бәләбәй райондарынан ҡала, һиге-ҙенсе баҫҡысты биләй.

Был урынын районыбыҙ бер нисә йыл һаҡлап килә. Район бюджетын тулы-ландырыуҙа ауыл улты-раҡтарындағы хәл-торош та йоғонто яһамай ҡалмай. Быйылғы ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, тик ете ауыл Советында - Илсеғол, Сәфәр, Миндәк, Яңы Байрамғол, Мансур, Бөйҙө һәм Учалы ҡала-һында ғына һалымдар һәм һалымдарҙан булмаған керемдәр буйынса үҫеш күҙәтелгән. Ә Амангилде, Кирәбе, Ахун, Наурыҙ, Кирәбе, Поляковка, Туң-ғатар ауыл Советтарында бюджеттың үҙ-үҙен тәь-мин итеүе түбән дәрә-жәлә. Район хакимиәте башлығы мәсьәләнең айырым контролгә алыныуын билдәләне, ауыл Советтары биләмәләрендә эшләүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эш-ҡыуарҙарҙың эшмәкәрлек-тәрен тикшереүҙе йөкмәтте.

- Урындағы һалымдарҙы йыйыу эшен көйләү - килемле бюджеттың нигеҙе ул, - тип билдәләне Фәрит Фәтих улы. - Был һеҙҙең аҡса бит. Урындағы ҡаҙнаға һалымдарҙың тейешлесә кереүен күҙәтергә тейешбеҙ.

Кәңәшмәлә ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентаризациялау мәсьәләләренә лә етди иғтибар бүленде. Дөйөм алғанда, район буйынса 86,6 мең объект тик-шерелгән, план 84 про-центҡа үтәлгән. Шулай ҙа был тармаҡта етешһеҙлектәр юҡ түгел - Илсеғол, Илсе, Иманғол, Ҡунаҡбай ауыл Советтарына кисекмәҫтән объекттарҙы теркәргә кә-рәк. Уральск, Ураҙ, Яңы Байрамғол, Наурыҙ ауыл ултыраҡтарында был эште тамамлағандар ҙа инде.

Агросәнәғәт комплек-сында 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында бөтә төр хужалыҡтарҙа 719 млн һумлыҡ тулайым продукция етешетерелгән, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 106 процент тәшкил итә. Тулайым продукцияның дөйөм күләменең 72 процентын шәхси йорт хужалыҡтары етештергән, 18 проценты ауыл хужалығы предприя-тиеларына тура килә, ә 9,7 процентты КФХ-лар тәьмин иткән. Бөгөнгө көндә яңы инвесторҙар йәлеп итеү һәм буш ятҡан ерҙәрҙе файҙаланыу тармаҡ алдына ҡуйылған мөһим мәсь-әләләр рәтендә. Район хакимиәте башлығы ауыл хакимиәттәренә үҙ йөрөшлө машиналарҙы, тракторҙар-ҙы техник ҡарауҙа булышл-ыҡ итергә ҡушты һәм шәхси хужалыҡтарҙағы эре мөгө-ҙлө малдарҙы биркалау ка-мпанияһы мәғлүмәттәре буйынса райондағы мал һа-нын асыҡлауҙы бойорҙо.

Социаль өлкәгә килгәндә, уйланырға урын бар. Шулай, быйыл беренсе ярты йыллыҡта халыҡ һанының 143 кешегә кәмеүе күҙәтелә. Миграция мәсьәләләре менән бәйле кәмеү - 122 граждан, тәбиғы кәмеү - 21 кеше. Халыҡ һанының артыуы Амангилде, Иман-ғол, Наурыҙ, Сәфәр, Учалы ауыл Советтарында кү-ҙәтелә. Ҡалған ауыл хаки-миәттәрендә халыҡ һанын-ың тәбиғи кәмеүе теркәлгән. Туңғатарҙа (минус 16 кеше) һәм Миндәктә (11 кеше) иң хөрт күрһәткестәр.

Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас: