Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
28 Август 2018, 10:24

Донъя хәлдәре

Көҙ етә, психик йәһәттән бушағыраҡ кешеләрҙең ҡыйыҡтары китә торған. Эстония менән Латвия юстиция министрҙары Урмас Рейнсалу һәм Дзинтарс Расначс белдереү яһанылар: Советтар Союзы оккупацияһы дәүерендә республикаларына, йәнәһе лә, килтерелгән зыянды хәҙер Рәсәй Федерацияһы түләргә тейеш... Ысынында ла аҡса алыуҙы өмөт итмәйҙәрҙер инде, яңы санкциялар иғлан иткән Америка алдында ярамһаҡланып ҡалырға тырышаларҙыр. Өйөрҙә бер эт өрә башлаһа, ҡалғандары ла шым ҡалмай бит!

Көҙ етә, психик йәһәттән бушағыраҡ кеше-ләрҙең ҡыйыҡтары китә торған. Эстония менән Латвия юстиция министрҙары Урмас Рейнсалу һәм Дзинтарс Расначс белдереү яһанылар: Советтар Союзы оккупацияһы дәүерендә республикаларына, йәнәһе лә, килтерелгән зыянды хәҙер Рәсәй Федерацияһы түләргә тейеш... Ысынында ла аҡса алыуҙы өмөт итмәйҙәрҙер инде, яңы санкциялар иғлан иткән Америка алдында ярамһаҡланып ҡалырға тырышалар-ҙыр. Өйөрҙә бер эт өрә башлаһа, ҡалғандары ла шым ҡалмай бит!


Башҡортостанда яңы уҡыу йылында уҡыусы-лар һаны 12 731-гә артҡан — 479 773 уҡыусы, тип белдерҙе республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Беренсе класс уҡыусылары ла байтаҡ. Респу-бликала 53 070 бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһа-һына аяҡ баҫа, был уҙған йылға ҡарағанда 719 кешегә күберәк.

«Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле барлыҡ тантаналы саралар 1 сентябрҙә уҙғарыла, ә тәүге уҡыу көнө — 3 сентябрь», — тине министр.


Бөтә рәсми мәғлүмәт интернетҡа сығары-лғас, йәмәғәт тикшереүселәре арта бара. Әйтәйек, былтыр йыл аҙағында РФ Хөкүмәте махсус ҡарар ҡабул итеп, РФ Милли гвардияһы өсөн аҙыҡ-түлек тик бер коммерция компанияһынан ғына алына башланы. Конкурс-аукциондар менән аҙапланмағас, йәһәт хаҡты күтәргәндәр, ти. Әйтәйек, майҙың килоһы 470 һум, бәрәңге - 31, кәбеҫтә - 46 һумдан. Бындай хаҡтар менән һатып алыусы таба алһаң, кем дә байыр!


Донъяла иң яҡшы автоматтар менән дан тотҡан «Калашников» концерны халыҡ-ара «Армия-2018» форумында үҙҙәре сығарасаҡ электр автомобилен күрһәтте. Был CV-1 ниңәлер «ИЖ-Комби» кузовы базаһында ҡоролған, акк-умулятор батареяларын бер яһау 350 километр үтергә етә. АҠШ-тыҡынан ҡалыша әле.


Һуғыш һәм хәрби конфликттарға махсус-лашҡан «We Are the Mighty» журналы (АҠШ) дошмандар бер нисек тә баҫып ала алмаясаҡ илдәрҙең рейтингын төҙөнө. Беренсе урынға, әлбиттә, Американы ҡуялар. Әрмеләре көслө булыуҙан тыш, ябай халыҡта ла ҡорал ифрат күп бит унда. Икенсе урында - Рәсәй. Сәбәптәр аңлашыла инде - биләмә ифрат ҙур, һалҡын, халыҡ һуғышсан, СССР дәүерендәге элекке союздаш республикаларҙан йәһәт ярҙамға килеүҙәре мөмкин, тип тә шөрләйҙәр. Һуңынан Афғанстан, Ҡытай һәм Һиндостан киләләр.


Лондондағы бер йорт ҡыйығында тутыйғош йәшәй башлай. Йорт хужаһы, ҡошто хужаһына ҡайтарырға кәрәк, тип уйлап, йәнлектәрҙе яҡлау йәмғиәтенә шылтырата. Тегеләре янғын һүндереүселәрҙе ебәрәләр. Тутыйғош баҫҡыс буйлап үҙенә үрмәләгән ҡотҡарыусыларға һис тә ҡыуанмай, бер түгел, өс телдә хәшәрәт итеп һүгә лә, осоп китә. Инглиз, төрөк һәм грек телендә тиргәлгән янғын һүндереүселәр буш ҡайталар, ти. Ә ҡош хужаларына килгән.


Симферополь ҡалаһында күрәҙәсегә 32 йәшлек ҡатын килә. Бағымсы әбей уға: «Тиҙ арала ҡулыңа аҡса төшөр», - тип юрағанында, ни тиклем тиҙ арала икәнлеген күҙ алдына ла килтермәгәндер! Ниңә тигәндә, был сос клиент ҡайтырға сыҡҡанында, һиҙҙермәй генә күрәҙәсенең 70 мең һум аҡсаһын сәлдерә.


Сибайҙа фантастика киноларындағы һы-маҡ күренеш булды: ысынға ныҡ оҡшатып яһалған ғәйәт ҙур динозавр макеты дөрләп янды, ут сәсрәткән аждаһа тиерһең... Балалар паркында торған була. Баҡһаң, был «һәйкәл» тимер каркастан ҡоролоп, яһалма күн менән тарттырылған булған икән. Ә пластикты ут ярата. Тикшереү бара. Балалар күпләп булған урын тураһында һүҙ бара бит.

Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.





Читайте нас: