Яйыҡ
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
3 Сентябрь 2018, 12:33

Халыҡ мәнфәғәтендә

31 август - Ветеринария хеҙмәткәрҙә-ре көнө. Ошо айҡанлы Учалы ветстан-цияһы начальнигы Салауат Тәлғәт улы Исламов менән осраштыҡ.

31 август - Ветеринария хеҙмәткәрҙә-ре көнө. Ошо айҡанлы Учалы ветстан-цияһы начальнигы Салауат Тәлғәт улы Исламов менән осраштыҡ.

- Быйыл ветеринария өлкәһендә яңы-лыҡтар айырыуса күп. Әйтәйек, бир-калау кампанияһы уңышлы барамы?

- Йорт хайуандарын идентифи-кациялау (һәр йәнлекте айырым теркәү) һәм маркировкалау (инәүләү) - закон талабы. Бөгөнгө көнгә 19 149 баш һыйыр малы биркаланды, дөйөм һандың 90 проценты. Бик тығыҙ режимда эшләргә тура килде: мал көтөүгә ҡыуылғансы һәм кисен ҡараңғы төшкәнсе өлгөрөп ҡалырға кәрәк бит. Финанслау мәсьәләһе хәл ителһә, йылҡы һәм һарыҡ-кәзәләр-ҙе биркалауҙы ла быйыл тамамлау бурысы ҡуйыла. Ә киләһе йыл эт-бесәйҙәргә лә сират етәсәк.

- «Меркурий» ғәмәлгә ингәс, йорт шарттарында һуйылған мал ите менән са-уҙа итеп булмай. Бындай ҡырҡыу рефор-ма сауҙала ит бөтөүгә килтермәнеме?

- Әлегә ит менән сауҙа итеүселәр Белорет, Әбйәлил йә Силәбе өлкәһе цехтарына малды тереләй алып барып һуйҙыралар. Оҙаҡламай районда ла мал һуйыу пункттары асыласаҡ. Байтаҡ эшҡыуарҙар һәм хужалыҡтар был йүнәлештә эшләй. Әйе, күсеү дәүерендә ҡытыршылыҡтар булыуы тәбиғи, әммә тиҙ арала барыһы ла яйға һалынасаҡ. Төптән ҡараһаң - был үҙгәрештәр халыҡ мәнфәғәтендә. Ит шундай тауар бит инде, тейешле шарттар булмаһа, тиҙ арала боҙола, төрлө инфекциялар, шул иҫәптән кешеләргә лә йоғошло микробтар менән зарарланған булыуы мөмкин, шуға ла был өлкәлә ҡаты контроль ғәмәлгә ашырылыуы зарур.

- Ветстанция эшмәкәрлеген ниндәй һандар менән һүрәтләй алаһығыҙ?

- Иң мөһиме - һандар түгел, ҡур-ҡыныс сирҙәр пәйҙә булыуға һәм таралыуға юл ҡуймау!

Башҡортостандың сигендә, Рәсәй сигенә яҡын урынлашыуыбыҙ гел генә айырыуса уяулыҡ талап итә. Халыҡ ошоно аңлаһын, гел вете-ринарҙар менән бер төптән эш ит-һен ине! Ә һандарға күсһәк, быйыл туберкулезға - 18 мең, бруцеллезға - 13 мең баштан ашыу һыйыр малы тикшерелде, йәғни анализдар яһалды. 2,6 меңдән ашыу йылҡы сап, дурина, бруцеллезға тикшерелде. Һарыҡ-кәзә бруцеллезға - 10 меңдән ашыу баш. Вакцинация киң күләмдә алып барыла. Әйтәйек, кеше өсөн дә, мал өсөн дө берсә ҡурҡыныс сибирская язваны (түләмә) профилактикалап, 4 мең йылҡы, 23 мең һыйыр малы, 20 мең баш тирәһе һарыҡ-кәзәгә прививкалар яһалды. Эмкар, дерматит, сусҡаларҙың Африка чумаһы һәм башҡа сирҙәргә ҡаршы про-филактика саралары башҡарыла. Шул иҫәптән, быйыл 1854 эткә һәм 2382 бесәйгә ҡотороуға ҡаршы вакцинация башҡарылды.

- Ҡотороу тигәс, урамда ҡарауһыҙ йөрөгән эттәр иҫкә төшә...

- Хәҙер инде өсөнсө йыл аукционда еңеп, подряд алған эшҡыуар берәҙәк эттәрҙе тотоу менән шөғөлләнә. Белорет районынан. Ҡарауһыҙ эт-тәрҙе тотоу ветстанцияның ком-петенцияһына инмәй. Үҙәк ҡала дауаханаһының травматология бү-лексәһе менән бәйләнештә торабыҙ. Аҙнаһына уртаса 3-4 эттән тешләнеү, бесәйҙән тырналыу осраҡтары теркәлә. Бына, үткән аҙнала Ураҙ, Мансур ауылдарында, Учалы ҡа-лаһында дүрт осраҡ теркәлгән. Бын-дай хәл була икән, һөжүм итеүсе хайуандар 10 көнгә күҙәтеү аҫтына алына, фәҡәт шул ваҡыт үткәс кенә йәнлек ҡоторған булмауы ыша-ныслы рәүештә билдәләнә. Шөкөр, күҙ теймәһен тип кенә әйтәм - һуңғы йылдарҙа ҡотороу осраҡтары бөтөнләй асыҡланғаны юҡ.

- Һөнәри байрам алдынан кемдәрҙе айырым билдәләп китер инегеҙ?

- Коллективта һәммәһе 74 хеҙмәт-кәр иҫәпләнә һәм һәр береһе үҙ бурыстарын яуаплы, тырышып ба-шҡара. Айырыуса бай тәжрибәгә эйә булыу йәһәтенән ветеринария участкалары мөдирҙәре Рафаэль Фәтҡуллин (Комсомольск), Рафиҡ Дауышев (Ахун), Талип Ишморатов (Амангилде), Хәмит Мөбәрәков (Иманғол), әйҙәүсе ветеринар табип Мария Хафизова, ветстанция на-чальнигы урынбаҫары Самат Әл-хәмов, дарыухана мөдире Хәлимә Суфыянова, лаборатор-диагностика бүлеге мөдире Әлфиә Ғилмейәро-ва, ветлаборатория мөдире Мәфтүхә Хөснийәроваларҙы атарға мөмкин. Әммә сағыштырмаса яңы эшләй башлаған хеҙмәткәрҙәр ҙә һынат-май. Байрам алдынан юғары квали-фикация, эшһөйәрлек менән рәхмәт һүҙенә лайыҡ хужалыҡтарҙың баш ветеринар табиптарын да телгә алырға кәрәктер - Радис Таһиров («Байрамғол» агрофирмаһы), Закир Гәрәев («Юлдаш» йәмғиәте). Һәм, әлбиттә, иң йылы ҡотлау һүҙҙәрен беҙҙең тәжрибәле һәм хөрмәтле ве-терандарыбыҙға юллайым.

Илфат ЯНБАЕВ.



Читайте нас: