Ҡаланың 1-се Башҡорт лицейында урынлашҡан 3141-се һайлау участкаһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлауҙар ҡәҙимге режимда үтте.
- Халыҡ әүҙем. Көҙгө мәшәҡәттәрҙең күп булыуына ҡарамаҫтан, һайлауға килергә ваҡыт тапҡандар, - ти комиссия ағзалары.
Бына Людмила Аллаярова ла үҙ гражданлыҡ бурысын үтәүҙе мотлаҡ тип һанай.
- Бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаным юҡ. Һәр береһенә теләп киләм, сөнки үҙ киләсәгебеҙҙе, үҙебеҙ һайларға тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Был юлы ейәнем Денисты ла эйәрттем, бәләкәйҙән белеп-күреп үҫһен. Ул да бит буласаҡ һайлаусы!