Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
11 Сентябрь 2018, 12:22

Донъялағы хәлдәр

Ер йөҙөндә дары еҫе йылдан-йыл нығыраҡ аңҡый башланы. Бындай дәүерҙә әҙерлек айырыуса мөһим инде, сөнки көслөгә теймәйҙәр, көсһөҙҙө йәберләргә теләүселәр һәр саҡ күп. 11-15 сентябрҙә Рәсәй «Көнсығыш - 2018» тип аталған хәрби күнекмәләр үткәрә. Ҡытай һәм Монголия ҡораллы көстәре ҡатна-шыуҙары ла көтөлә.

Ер йөҙөндә дары еҫе йылдан-йыл нығыраҡ аңҡый башланы. Бындай дәүерҙә әҙерлек айырыуса мөһим инде, сөнки көслөгә теймәйҙәр, көсһөҙҙө йәберләргә теләүселәр һәр саҡ күп. 11-15 сентябрҙә Рәсәй «Көнсығыш - 2018» тип аталған хәрби күнекмәләр үткәрә. Ҡытай һәм Монголия ҡораллы көстәре ҡатна-шыуҙары ла көтөлә. Бындай ҙур күнекмәләрҙең булғаны ла юҡ, ти, 300 меңгә яҡын һалдат-офицер йәлеп ителә. Бер мең данаға яҡын авиатехника, «Искәндәр» һәм «Калибр» ракета комплекстары, яңы танктар (Т-90) һәм караптар, башҡа техника ҡулланыласаҡ. Күнекмәләр киләсәктә лә тик күңекмә генә булып ҡалһындар инде, тип теләйек!


Лайф-коуч ни икәнлеген ишеткәнегеҙ ҙә юҡ-тыр. Ҡыҫҡаһы, берәй тел биҫтәһе ҡалғандарҙы нисек байырға, маҡсатҡа өлгәшергә өйрәтә лә, шуның өсөн аҡса ала. Ғәҙәттә, аҡыл алыусылар түгел, аҡыл өләшеүсе үҙе байый. Мәскәүҙә АҠШ лайф-коучеры Тони Роббинс күпме умырғанын үҙегеҙ самалай алаһығыҙ: сығышын ҡарарға «Олимпия» стадионына 27 мең кеше йыйыла. Ә бер билет 30-50 мең һумдан 500 000 һумға тиклем тора! Мәскәүлеләргә аҡса анһат төшә шул, ә елдән килгән, елгә китә.


Һиндостанда донъяла иң бейек һәйкәл ҡорола. Илдең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән Сардар Патель әфәнденең бронза һыны 182 метрға һуҙыласаҡ. Әлегә тиклем рекордсмен Ҡытайҙағы Будда һәйкәле ине - 128 метр. Ә иң киң билдәле һәйкәл - Нью-Йорктағы Азатлыҡ һыны ни бары 93 метр, ти. Һиндостандағы төҙөлөшкә 2,5 мең эшсе йәлеп ителгән, хаҡы 22-23 миллиард рупи (330 миллион доллар) самаһы буласаҡ. ...Эх, яҡташыбыҙ скульптор Хәйҙәр Ғарипов Өфөлә Урал-батырға бағышлап монумент ҡороуҙы тәҡдим иткәнде башта хуплағандай булғандар ине, шунан башланғыс һүрелде.


Сорғот ҡалаһы хакимиәте исеменән беренсе класҡа барыусы урындағы балаларға днев-никтар бүләк ителә. Әсбап тышлығына сәйер һүрәт төшөрөлөүе һуңынан ғына асыҡлана. Кемдер типографияла тоҙһоҙ шаярып йә этләшеп РФ гербына үҙгәрештәр индерә: ике башлы сәмреғош тәпейҙәрендә скипетр һәм держава (батшалыҡ власын символлаштырған таяҡ менән шар) урынына ураҡ һәм сүкеш тоттороп һүрәтләнә.


Волгоград ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ полицейҙы тешләгән өсөн шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Интернатта тәрбиәләнә, ҡаса, урамда эсеп-туҙып йөрөй. Бәлиғ булмағас, был көйө ҡалдырмайҙар инде, эҙләргә полиция сығаралар. Интернатҡа ҡайтармаҡсы булғастары, ҡыҙ һуғыша башлай, тешләшеүе айырыуса ҡурҡыныс - йәш кенә бала, ВИЧ-инфекцияһы йөрөтә икән... Ҡайҙа бара был донъя!


Таиландта ял иткән Рәсәй кешеһе кинәт пляждағы сауҙа нөктәһенән ун порция шашлыкты эләктерә лә, диңгеҙгә ташлана. Тирә-йүндәгеләр, кеше бата икән тип яңылыш аңлап, ярҙамға ашығалар. Ә шашлык буры, тоталар икән тип уйлап, һуғышып, ҡаршылаша баш-лай. Полиция килгәс кенә мәхшәргә нөктә ҡуйыла. Шашлык хужаһы ватандашыбыҙҙы яуапҡа тарттырып тормай, «...һәр кемебеҙ ваҡыты менән аҡылдан шашып ала инде», - тип кенә ҡул һелтәй. Ысынлап та, ҡыйығы киткәндер, ас булған тип фараз итеүе лә ҡыйын, сөнки Таиландҡа путевка кәмендә 100 мең һум тора, ярлы-ябаға йөрөгән урын түгел.


Кемерево ҡалаһында берәү бесәйҙе 5 миллион һумға һатам, тип иғлан бирә. Юҡ, ниндәйҙер һирәк осраған тоҡом түгел, ҡәҙимге «сәбиәшкә», әммә хужаһы уны экстрасенс тип иҫәпләй. Йәнәһе лә, боҙомдо, яман көстәрҙе һиҙә һәм был хаҡта эйәләрен иҫкәртә. Юҡ-барға, төрлө хөрәфәттәргә барыһы ла тиҙ ыша-нып барған дәүер өсөн бер ҙә ғәжәп түгел инде был. Һата алғанмы - билдәһеҙ.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: