Төбәк башлығы, башҡарма власть ограндары вәкилдәре йәштәр менән асыҡ диалог форматында профйүнәлеш, эшкә урынлашыу, эшҡыуарлыҡ, төрлө тармаҡтарҙа йәш кадрҙарға ихтыяжлыҡ мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләште. Киләсәктә актив йәштәр һәм дәүләт, муниципаль власть араһында һөйләшеү һәм килешеү өсөн асыҡ берҙәм майҙансыҡ булдырыу күҙаллана. Форумда йәштәргә стажировка үтеү урындары тәҡдим ителде.