Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
21 Сентябрь 2018, 11:13

Яҡташтарыбыҙ ярҙам алып һөйөнәләр

Белеүебеҙсә, БР Хөкүмәте хәҙер мохтаждарға социаль ярҙамды һыйырлата, һарыҡлата бирә. Матди ярҙам мохтажлыҡҡа ҡарап, шәхсән билдәләнә һәм был дөрөҫ тә.

Белеүебеҙсә, БР Хөкүмәте хәҙер мохтаждарға социаль ярҙамды һыйырлата, һарыҡлата бирә. Матди ярҙам мохтажлыҡҡа ҡарап, шәхсән билдәләнә һәм был дөрөҫ тә.

Был тәңгәлдә аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, шулай уҡ опекаға бала алған һәм ғаилә ағзаларының береһе инвалид булған, мөмкинлеге сикләнгән сабыйҙы тәрбиәләүселәргә өҫтөнлөк бирелә. Программа 2014 йылдың сентябренән эшләп килә, былтыр районыбыҙҙа 37 кеше ярҙам алған. Әле 180 ғаилә халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең ҡалабыҙҙағы бүлегендә сиратта тора.

Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан биш миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.Быйыл, мәҫәлән, килеме йәшәү минимумынан артмаған 27 ғаилә һыйырлы булған да инде. Бының өсөн БР бюджетынан 920 мең һум аҡса бүленгән. Һәүкәшкәй алыр өсөн был ғаиләләр, өҫтә телгә алынған ҡалабыҙҙағы бүлеккә кәр-әкле документтар йыйып тапшыралар. Бөтә белешмәләре лә теүәл булһа, һатып алырға үҙҙәре өсөн һыйыр эҙләп табалар. Артабан хужаһы менән килешеү төҙөлә, халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең Учалы бүлеге һыйыр һатыусыға 30-33 мең самаһы аҡса күсерә. Малҡай был хаҡтан ҡиммәт булһа, ҡалған сумманы һатып алыусы үҙе түләй. Социаль контракттың үҙ ҡанундары бар. Элек бер генә йыл булһа, хәҙер өс йыл дауамында был һыйырҙы һатырға ла, һуйырға ла рөхсәт ителмәй икән.

Ғаиләләр ай һайын малҡайҙан алған килем тураһында отчет эшләргә тейеш. Мәҫәлән, нисә литр һөт бирә, ҡорот эшләһәләр ҙә, ҡаймаҡ үткәрһәләр ҙә тер-кәп барырға тейештәр.

Туңғатар ауыл Советына ҡараған Комсомольск ҡасабаһында йәшәүсе Гөлназ Сабитованың ғаиләһе ошо программала ҡатнашыусыларҙың береһе. Ханым үҙ фекерҙәре менән беҙҙең менән дә ихлас уртаҡлашты:

- 2014 йылда, әҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ, ошо программала ҡатнашып, социаль ярҙам алырға булдыҡ. Мин бер үҙем Айнур һәм Илнур исемле игеҙәк улдарымды үҫтерәм. Һыйыр малы алыуҙан ҡурҡманым. Киреһенсә, бик ҡыуандым ғына, сөнки ике ир баланы эшкә өйрәтергә, матур сифаттар тәрбиәләргә кәрәк бит. Аллаһҡа шөкөр, улдарым ышанысымды аҡланы. Бәләкәй булһалар ҙа, өсәүләшеп бесән эшләнек. Һөт-ҡаймағын ҙур кинәнес менән ашайбыҙ, эсәбеҙ.

Өсөнсөһөнә быҙауланы инде малҡайыбыҙ. Уны яратып ҡына торабыҙ. Уландарым 9-сы класты тамамлағас, Силәбе ҡалаһына уҡырға керҙеләр. Үҙем Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөйөм. Әммә һәүкәшкәйебеҙҙән айырылырға уйыбыҙҙа ла юҡ.

Әле танабыҙ, быҙауыбыҙ бар. Үҙем өйҙә юҡта апайым ҡарап тора. «Простоквашино» йәнһүрәтендәге бесәй Матроскин әйтмешләй, һыйыр, бәлки, дәүләттекелер, ә бына ул биргән һөт, ҡаймаҡ һәм дә быҙауҙар - беҙҙеке.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА әҙерләне.


Читайте нас: