Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
25 Сентябрь 2018, 12:48

Берҙәмлек һөҙөмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Ауылда ниндәй ҙә объекттың сафҡа инеүе уның киләсәге хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мансур ауыл Советының Абҙаҡ ауылында балалар өсөн яңы спорт-уйын майҙансығы асылды.

Ауылда ниндәй ҙә объекттың сафҡа инеүе уның киләсәге хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мансур ауыл Советының Абҙаҡ ауылында балалар өсөн яңы спорт-уйын майҙансығы асылды.

Уны төҙөүҙә халыҡтың да өлөшө ҙур. Майҙансыҡ «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә фәҡәт уларҙың инициативаһы менән эшләнде.

Абҙаҡта 559 кеше йәшәй, уларҙың 135-е - балалар. Майҙансыҡ мәктәп эргәһендә генә урынлашҡан. Әйткәндәй, белем усағында Буранғол һәм Малай Муй-наҡ ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. Ҡыҙ-малайҙарҙың ҡыуанысы сикһеҙ, тәнәфес ваҡытында, саф һауала рәхәтләнеп уйнарға урын булды, исмаһам.

Заманса ҡоролма 537 мең һум тора. Республика бюджетынан 300 мең һум, биләмә ҡаҙнаһынан етмеш мең һум бүленгән. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалмаған, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты йөҙ мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәткән. Башҡорт алтын табыу компанияһы майҙансыҡ биләмәһен махсус тех-ника ярҙамында тигеҙләп сыҡҡан.

Ауылдарының киләсәге-нә битараф ҡалмаған абҙаҡтар проектты тормошҡа ашырыу өсөн 67,5 мең һум йыйып биргәндәр. Шулай уҡ тирә-яҡты сүп-сарҙан та-ҙартырға ла ярҙам иткәндәр. Афариндан башҡа әйтер һүҙ юҡ! Аукцион һөҙөмтәләре буйынса подряд эштәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Промконструкция» йәмғиәте башҡарған. Ойошма тәғәйен ваҡыт эсендә, йөкләмәләрен бер ниндәй етешлекһеҙ сифатлы итеп атҡарып сыҡҡан.

Уйын майҙансығын асыу тантанаһынан олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Район Советы секретары Зариф Ғарипов барыһын да матур сара менән ҡотланы. Объекттың ҡәҙерен белеп, боҙмай-ватмай файҙаланыуҙарын, артабан да ауылдарының яҙмышына битараф ҡалмай төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙарын теләне.

- Һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола. Ҡайҙа, кем менән, нимә эшләп йөрөй? Арттарынан күҙәтеп өлгөрөп тә булмай. Хәҙер, был йәһәттән күңелебеҙ тынысланыр. Балалар ошондай уйын майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине. Етмәһә, ҡоролманың мәктәп эргәһендә генә булыуы яҡшы, уҡытыусылар ҙа ғәзиздәребеҙҙе күҙҙән яҙлыҡтырмаҫ, - тип ҡыуаныстарын йәшермәй ата-әсәләр.

Мансур ауыл Советы башлығы Әдип Ҡарамышев ауыл халҡына бергәләшеп ҙур эш башҡарып сығыуҙарына рәхмәт белдерҙе һәм подрядсы ойошманан мәктәпкә бүләк - футбол һәм баскетбол туптарын тапшырҙы.

- Яҡын арала майҙансыҡты кәртәләп алырға уйлайбыҙ. Киләсәктә бында йүгереү өсөн махсус юл эшләнәсәк, - тип ҡыуандырҙы.

Әйткәндәй, абҙаҡтар «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында тәүләп ҡатнашмай. 2015 йылда, проект ярҙамында, урамдары яҡтырып ҡалды, бағаналарға заманса лампочкалар ҡуйылды.

Дөйөм алғанда, был һөҙөмтәле программа ауыл биләмәләренә бихисап эштәрҙе тормошҡа ашырырға бик булышлыҡ итте. Районыбыҙҙа нисәмә уйын майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар, социаль учреждениелар төҙөкләндерелде, шулай уҡ һыу менән тәьмин итеү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек пробемалар ҙа ыңғай хәл ителде. Шулай дауам итһен, халыҡ әүҙем булһын.

Нурия ШӘРИПОВА.


Читайте нас: