Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
2 Октябрь 2018, 10:52

Мал һуйыу цехы асылды

Һатыуға сығарыла торған, иткә тигән малды махсус һуғым пункттарында боғаҙлау тураһында 2013 йылдан бирле һөйләйҙәр. Был теманы гәзит биттәрендә лә яҡтырттыҡ.

Һатыуға сығарыла торған, иткә тигән малды махсус һуғым пункттарында боғаҙлау тураһында 2013 йылдан бирле һөйләйҙәр. Был теманы гәзит биттәрендә лә яҡтырттыҡ.

Әлеге мәсьәләгә был ҡәҙәр иғтибар биреү, әлбиттә, юҡтан ғына түгел. Илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына һәм Таможня союзына (ВТО) кереүе, иткә, һөткә һәм уларҙан эшләнгән аҙыҡ-түлеккә ҡарата булған талаптарҙы тағы ла ҡатыландырҙы. Ошо мал һуйыу цехы проблемаһын бер яҡтан бик яҡшы белгән кеүекбеҙ, икенсе яҡтан, беҙ, был юҫыҡта белгес булмағанға күрәлер, уның ҡайһы бер сетерекле яҡтарын аңлап та бөтмәйбеҙ. Ғөмүмән, әлеге ваҡытта ул цехтарҙың төбәгебеҙҙә нисек эшләйәсәге, халыҡ нисек ҡабул итере - билдәһеҙ. Яңы закон шуны талап итә, ит һатаһың икән, һыйырҙы хәҙер боронғоса ишек алдында йығып һуйып булмай, мотлаҡ махсус урында салырға кәрәк.

Яңы закондар ҡабул ителеү менән ауылдарға алыпһатарҙар ҙа йышайҙы, үҙебеҙҙекеләр ҙә, ситтән килгәндәр ҙә бар. Мал-тыуарҙарын арзан хаҡҡа тейәп алып китә. Ауыл кешеһе «ҡайҙа алып барам, ҡайҙа илтәм» тип торғансы, шул алыпһатарҙарға биреп ебәреүҙе хуп күрә. Был юлы ла улар отошта ҡала түгелме һуң? Документ юллар өсөн әшнәһен дә тиҙ табырҙар, әҙерҙе һатып та ебәрәсәктәр. Хәләл көс менән үҫтергән малын ауыл кешеһе осһоҙ хаҡҡа тапшыраһы килмәй. Күптәр ошо мал һатҡан аҡсаһына күҙ терәп йәшәй бит әлеге заманала.Төбәгебеҙҙә лә мал һуйыу цехтарын асыу тураһында күптән һөйләйбеҙ, әммә эштәре ниңәлер оҙаҡҡа һуҙылды. Ниһайәт, күптән түгел Учалы ҡалаһында тәүге һуғым цехы асылды. Эре һәм ваҡ мөгөҙлө малды һуйыу өсөн тәғәйенләнгән заманса яңы пункт Эльвир Хәлитовтың крәҫтиән-фермер хужалығы биләмәһендә, Учалы ҡалаһы Энергетиктар урамында урынлашҡан. Эшҡыуар шәхси келәт биналарын яңы предприятие өсөн йыһазландырып ҡорған. Һыуытҡыс һәм туңдырғыс камералар, аҫылмаҡ, үлсәү, түшкәне киҫергә бысҡы һатып алған. Цех төҙөр өсөн 2 миллион һум самаһы аҡса сарыф иткән ул.

Был цех нисек эшләгәнен үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайтырға булдыҡ. Эшҡыуарҙың базаһы ҡаланан Рудник ҡасабаһына киткән юл буйында урынлашҡан. 19 сентябрҙә эш башлағандар, ошо арауыҡ эсендә егерме баш эре мөгөҙлө мал һуйғандар. Әлегә халыҡ малдарын үҙҙәре-нең транспорты менән кил-терә һәм алып ҡайта, киләсәктә был проблеманы ла хәл итергә уйлайҙар.

- Һуйылырға тейеш тере малға урындағы ветеринарҙан, йә иһә ауыл Советынан белешмә булырға тейеш. Уны тере көйө ветеринар табип тикшергәндән һуң ғына һуйырға рөхсәт ителә. Һуйылғандан һуң иткә ветеринар экспертиза үткәрелә, келәймә һуғыла, «Меркурий» системаһына индерелеп, ветеринар-оҙатыу белешмәһе бирелә. Хәҙер халыҡҡа элеккесә иткә белешмә артынан баҙарға барырға кәрәкмәй, барлыҡ эш ошонда башҡарыла. Барлыҡ процедураларҙы үткәндән һуң ғына һатыуға рөхсәт бирелә. Һуғым цехы-ның хеҙмәттәре, йәғни малды һуйыу, түшкәне эшкәртеү, итте һыуытып тотоу, ҡалдыҡтарын үтилләштереү түләүле, әле 2000 һум, ә 1 октябрҙән яҡынса 2380 һум буласаҡ. Иҫәпләп ҡараныҡ, сығымдары бик күп. Ҡайһы берәүҙәр, итебеҙҙе алып ҡалһалар, тип хафалана. Юҡҡа борсолмаһындар, уның бер грамына ла тейелмәй, бөтөн килеш хужаһына тапшырыла. Малды һуйыу хаҡы, бәлки кемгәлер артыҡ ҡиммәт күренәлер. Был йәһәттән килешергә була. Түләү хаҡы урынына башын, эс-ҡарынын, тиреһен ҡалдырырға мөмкин, - ти Эльвир Рәфҡәт улы.

Бынан тыш, фермер үҙе итте күмәртәләп һатып алыуҙы ойошторған, тиреһен дә ҡабул итәләр.

Мал боғаҙлаусыларҙың икәүһе менән әңгәмәләшергә насип булды. Даян Миһранов менән Урал Юламанов бәләкәйҙән мал-тыуар араһында үҫкән, шуға ла эш рәтен яҡшы беләләр.

- Әлбиттә, эш еңел түгел. Көнөнә бер нисә баш һуяһың, дөрөҫөн әйткәндә, күренеш нервылары йом-шаҡтар өсөн түгел. Күҙҙәренә йәштәре төйөлгән малды күреп, йәлләп тә ебәрәһең, - ти улар. Ағайҙар, дини ҡанундар менән хайуандарҙың аяҡтарын бәйләп, белгән доғаларын уҡып боғаҙлауҙарын да әйттеләр. Сменаһына 5-10 баш малды салырға әҙерҙәр.

Эльвир Хәлитов киләсәктә итте эшкәртеү һәм туңдырыу цехы асырға ла ниәтләй. Ете кешене эшкә алырға уйлай.

Мал һуйыу пунктын махсус комиссия тикшергән. Ветеринар-норматив нормаларға һәм Таможня союзының «Ит һәм ит продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһында»ғы техник регламентына тулыһынса яуап бирә, тип аңлатты эшҡыуар.

- Киләсәктә районыбыҙҙа бер нисә мал һуйыу цехы асырға ниәтләйбеҙ. Был, тәү сиратта, халыҡтың ветеринар хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Белеүебеҙсә, 1 ғину-арҙан ветеринар контроль үтергә тейешле тауарҙарға мотлаҡ электрон ветеринария сертификаты ғәмәлгә инде. Әгәр ошоға тиклем ҡағыҙ бланктар тултырып, малың үҙеңдеке, һау-сәләмәт тигән белешмәне аҡса түләп алһаҡ, хәҙер ветеринар-оҙатыу документтары бары тик электрон төрҙә генә бирелә һәм, шуға ярашлы, йорт шарттарында һуйылған мал һатыуға бөтөнләй алынмай, - тип аңлатма бирҙе район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Арслан Шәғәретдинов.

Киләсәктә ошондай махсуслаштырылған майҙансыҡтар Ахун, Миндәк һәм Туңғатар биләмәләрендә лә асылырға тейеш. Иң мөһиме, был цехтарҙа һуйырлыҡ мал-тыуар булһын. Юғиһә, бер туҡтауһыҙ сыҡҡан закондар арҡаһында ябай крәҫтиәнгә мал аҫрауҙың ҡыҙығы ҡалмай башланы түгелме?

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: