Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
16 Октябрь 2018, 10:48

Донъялағы яңылыҡтар

Башҡортостандың элекке Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың элекке Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Быйылғы награда лауреаттарының исемлеге:

- «Ғәмәл дәфтәре» шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров;

- «Арҡайым» балеты өсөн композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе - баш балетмейстеры билдәле Андрей Петров;

- һынлы сәнғәт өлкәнһендә «Салауат күпере» ижади проекты өсөн рәссам, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Рифҡәт Арыҫланов.


Йүнләп футбол уйнай белмәһәләр ҙә, Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары үҙҙәрен тәкәббер һәм баҫҡынсыл тоталар. Аҡса күп түләнә бит, күрәһең, майҙарына сыҙаша алмай һикергеләй башланылар. Иртәндән иҫерек Александр Кокорин менән Павел Мамаев Мәскәүҙә бер кафеға инәләр. Күҙҙәренә РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының департамент директоры Денис Пак күренә. Спортсы шәрә-мәттәре уның көнсығыш кешеһе ҡиәфәтен мыҫҡылларға тотоналар. Пак әфәнде шаҡшылыҡтан киҫәткәс, ҡаты итеп, башына ултырғыс менән һуғып туҡмайҙар. «Егетлектәре» бының менән генә тамамланмай, осраҡлы рәүештә урамда тап булған телевидение водителен ныҡ дөмбәҫләүҙәре лә асыҡланды. Хәтерегеҙҙә булһа, был әҙәмдәр насар дан алғайны инде: 2016 йылда Рәсәй командаһы Европа чемпионатында еңелгәндән һуң (!) төнгө клубта шампан шарабына ғына 250 мең евро (әлеге курс менән 29-30 миллион һум) туҙҙырыуҙары шау-шыу ҡуптарғайны. Был тапҡырҙа елдән килгән аҡсалары ла ярҙам итмәҫ буғай, нисәлер йыл төрмәнең спорт майҙансығында туп тиберҙәр.


Украина премьер-министры Владимир Гройсман күңелһеҙ статистика тураһында бәйән итте: киләһе йылда сит ил бурыстарын хеҙмәтләндереү өсөн 427 миллиард гривна (2 һум 36 тин) талап ителә. Ҡаҙнаның өстән бер өлөшө! Рибасылар менән бәйләнһәң шулай инде - ҡанды һурып бөтөргәнсе ысҡындырмаясаҡтар.


Рәсәйҙә һәр бишенсе пенсионер банктар алдында бурыслы икән. Уртаса иҫәпләгәндә, хәжәт 107 мең һум тәшкил итә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, күпселек осраҡта үҙҙәре өсөн түгел, бала-ейәндәре өсөн финанс һаҙлыҡҡа инәләр.


Рәсәй Иҫәп палатаһы башлығы Алексей Кудрин, ил бюджеты әлегесә килемдәре булғанда Рәсәй халҡының ярлылыҡ кимәле «мәсхәрәле» юғары тип сығыш яһаны. Нимә әйтергә теләне икән? Тап үҙе һуңғы ике тиҫтә йыл илдең финанс системаһы дилбегәһенә ныҡлап йәбешкән әҙәм бит. Фәҡәт Кудрин нисәмә йылдар өгөтләп тормошҡа ашыртҡан пенсия реформаһы ла ярлылар һанын ҡырҡа арттырыуы көтөлә. Әллә гонаһ шомлоғо бимазалай башлағанмы?


Ике һәм унан күберәк балаһы булған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә торғайны. РФ Дәүләт Думаһында законға төҙәтмә индереү ҡарала: айырылған, балаларын аҫрауға алимент түләмәгән граждандар был льгота менән файҙалана алмаясаҡ. Бик тә дөрөҫ. Ә бына был йәһәттә статистика ысын мәғәнәлә ҡурҡыныс. Айырылышыу осраҡтары никах төҙөүҙөр һанының яртыһынан күберәк; 70-80 процент осраҡта яңғыҙ ҡалған әсәләр уртаҡ балалары өсөн алимент түләтә алмай ҡаңғыралар, 30 процент осраҡта ғына судҡа мөрәжәғәт итәләр.


Рәсәй сифат системаһы тикшеренеүе 3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған һөттә Башҡортостан һөт заводтары ризыҡтарында етештереү технологияларын боҙоуҙы асыҡлаған. «Свое наше» һөтөндә үҫемлек майҙары барлығы теркәлгән. «Дәүләкән» маркаһында киптерелгән һөт ҡушыу асыҡланған. Бындай ризыҡты «эсәр һөт» тип атарға ярамай, тик «тергеҙелгән» генә. «Белое облако» һөтөндә пастеризациялау менән бөтөрөлмәгән эсәк таяҡсаһы асыҡланған.


2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек, ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы ҡайтанан үҙгәрә. Республикала сүп-сар йыйыу, сығарыу һәм уны утилләштереү өсөн дүрт төбәк операторы яуаплы буласаҡ. Уларға һәр пунктта, хатта бәләкәй һәм йыраҡ урынлашҡандарында ла, сүп-сар йыйыу һәм сығарыу, ташыу эшен көйгә һалыу, етмәгәнде төҙөү эше тора. Бынан тыш, яңы йылдан төбәк операторҙары хеҙмәттәре өсөн бөтәһенә лә, шул иҫәптән ауылдарҙа йәшәүселәргә лә, түләргә тура киләсәк. Яңы «сүп-сар» реформаһынан нимә көтөргә? Үҙ ҡалдыҡтарыбыҙ өсөн күпме түләрбеҙ?

Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.


Читайте нас: