Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
16 Октябрь 2018, 10:35

Йәрминкәләр гөрләй, аҡса эшләп буламы?

Ауыл эшсәндәре баҫыу эштәрен тамамлағас, баҡсаларҙа уңыш йыйылып бөткәс, ҡалабыҙҙа халыҡ үҙ иткән күркәм көҙгө йәрминкәләр башлана.

Ауыл эшсәндәре баҫыу эштәрен тамамлағас, баҡсаларҙа уңыш йыйылып бөткәс, ҡалабыҙҙа халыҡ үҙ иткән күркәм көҙгө йәрминкәләр башлана.

Йылды яҡшы килде, тип әйтеп булмай, шуға ҡарамаҫтан, игенселәр ҙә, баҡсасылар ҙа хәлдәренән килгәнсә уңыш үҫтереп алды. 22 сентябрҙә иһә көҙгө муллыҡ миҙгеле асыҡ тип иғлан ителде. Йылдағыса, халыҡ өйрәнгән майҙанда, йәғни ҡала филармонияһы артында йәрминкәләр старт алды.

Улар 08.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә ойошторола, апрель аҙағынаса дауам итеүе күҙаллана.

Әлбиттә, быйылғы муллыҡ сауҙаһы алдағыларынан айырыла. Хәҙер ит, һөт продукциялары һатыусыларға закондар ҡатыланды. Таможня союзының техник регламентына ярашлы, 2014 йылдың 1 майынан эре мөгөҙлө малды һуйып һатыусылар өсөн яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде, халыҡты уйландырҙы.

Был турала дүрт йыл дауамында һөйләнек, уның нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында алдан бер нәмә лә әйтеп булмай ине. Ниһайәт, ошо көндәр етте. Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында Учалыла тәүге мал боғаҙлау цехы асылыуы тураһында яҙҙыҡ та инде. Йәғни бынан кире махсус урындарҙа, нормаға ярашлы шарттарҙа һуйылған итте генә сауҙаға сығарырға рөхсәт ителә. Был, әлбиттә, тик һатыласаҡ иткә ҡағыла. Итте берәй кибеткә, йәки билмән цехына тапшырырға теләйһеңме, баҙарға ғына сығарып һатырға йыйынаһыңмы - айырмаһы юҡ. Йәғни, ғүмер буйы өйрәнелгәнсә, йорт-ихатаңда һыйырыңды һуйып, йәрминкәгә килтереп һатып, аҡса эшләп булмай бынан һуң.

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә, тигән булалар. Ошо рәүешле Рәсәй билә-мәһендә эпизоотик хәлде контролдә тотасаҡтар, малдарҙағы, шул иҫәптән, хайуандар менән бер рәттән, кешеләргә лә хәүеф менән янаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында.

Етмәһә, 2018 йылдың 1 июленән «Меркурий» - мотлаҡ ветеринар электрон сертификациялау системаһы ғәмәлгә индерелде. Актуаль мәсьәлә.

Йәғни продукцияның ҡулланыуға яраҡлылығы һәм хәүефһеҙлеген иҫбатлаған ветеринар контроль һәм тауарҙы ветеринар оҙатыу документтары электрон формаға күсте.

Һөт һатыусыларҙан ҡағыҙ вариантта баҫтырылып сығарылған электрон оҙатыу («Меркурий») документтарын һәм маститҡа тикшереү белешмәһен талап итәсәктәр икән.

Йәрминкәгә сыҡҡан һайын, ауыл халҡы шәхси хужалыҡтарында үҫтергән малдарын килтереп һатып, аҡса эшләй. Барыһы ла ҡәнәғәт - ҡаланыҡылар ҙа, мал хужалары ла, тип яҙа торғайныҡ. Ә хәҙер нисегерәк икән?

Яңы ҡағиҙәләр бер-ике баш булһа ла мал аҫрап, шуны һатып, аҡса эшләргә тырышҡандарҙы йонсотмаймы? Ошо турала яҡшыраҡ белеү маҡсатында ял көндәрендә йәрминкәгә юлландым да инде.

Сауҙа майҙаны һатыусылар һәм һатып алыусылар менән шығырым тулған. Ай башында ойошма-предприятиеларҙа эш хаҡы бирелә. Шуға ла был юлы майҙансыҡта кеше күп.

Йәрминкәләге сауҙа урындары өсөн түләргә кәрәк. Крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтар, шәхси эшҡыуарҙар (әгәр ҙә аренда урыны алты квадрат метр икән) өсөн 350 һум тәшкил итә. Ә баҡсаһынан килтергән емеш-йәшелсә менән һатыу итеүселәр утыҙ һум түләй. Һуңғы өс йыл дауамында хаҡтың үҙгәргәне юҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр ошо сумманы ла түләмәҫкә тырыша. Йыйылған аҡса, йәрминкә биләмәһен йыйыштырыуға китә, урам һепереүселәрҙе яллайҙар.

Сүп-сарҙы сығарыу өсөн «Дорзеленстрой» йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Ошо уҡ аҡсанан йәрминкәне ойоштороусыға, касса хеҙмәткәренә эш хаҡы түләргә кәрәк.

Һанай китһәң, мәшәҡәт-бурыстары етерлек инде уның. Халыҡ аңлап ҡабул итһә ине мәсьәләне.

Ит менән һатыу итеүселәр ул тиклем күп түгел. Алдағы йылдарҙа, йәрминкәләр башланыу менән, күпләп мал аҫраусы шәхси, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан тыш, ябай ауыл кешеһе лә, бер ни тиклем аҡса эшләп ҡалыу маҡсаты менән, ит һатырға килтерә ине.

Яңы закон арҡаһында, был тәңгәлдә ябай крәҫтиәнгә бик ауырға тура килә. Малын махсус һуғым һуйыу цехына алып барып боғаҙлатырға барыһының да хәленән килмәй. Ошо темаға ит һатыусылар менән әңгәмәләштек.

- Егерме башҡа яҡын мал-тыуарым бар. Йәрминкәләрҙе түҙемһеҙләнеп көтә торғайныҡ, әҙме-күпме аҡса эшләп ҡалабыҙ тип. Хәҙер, сығымдарҙы һанаһаң, артыҡ килеме лә юҡ бит уның.

Мәҫәлән, һуғым цехына алып барып һуйҙырыу 2400 һум, өҫтәүенә ветеринарҙан түләүле белешмә алыр-ға кәрәк. Йәрминкәлә бер көнгә сауҙа урыны өсөн 350 һум түләйһең. Һуғым цехына малды үҙебеҙҙең техника менән килтерәбеҙ, алып ҡайтабыҙ. Юлға киткән яғыулыҡты ла иҫәпләһәң, яҡынса биш мең һумға барып баҫа. Нимә тиһәң дә, ихатаңда һуйыуға етмәй инде. Таҙалыҡҡа етди иғтибар бирәһең бит. Ризаһыҙлығыбыҙ көслө, әммә беҙҙе кем тыңлаһын?

Дәғүәләр менән ауыл хужалығы бүлегенә лә, ветеринария станцияһына ла барҙыҡ, закон шулай ҡуша, бер нимә лә эшләй алмайбыҙ, тиҙәр. Киләсәктә малды кәметергә тура килә инде, башҡа сара юҡ, - ти районыбыҙ фермерҙары.

Йәрминкәгә Үрге Урал районынан да килеүселәр бар. Уларҙың өҫтәлендә һыйыр, йылҡы итенән тыш, сусҡаныҡы ла күренә. Килограмына ике йөҙ илле һум һорайҙар.

- Ситтән сусҡа ите индереү тыйылған, республикала етештерелгәненән башҡа. Урындағы алыпһатарҙарҙан күмәртәләп һатып алдыҡ. Малды яңы тәртип буйынса боғаҙлау, әлбиттә, эшебеҙҙе ҡатмарлаштырҙы. Һуғым цехы ауылыбыҙҙан ун ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, үҙҙәренең техникаһы менән килеп алған, килтереп ҡуйған өсөн 1050 һум түләйбеҙ, һуйыу һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн 1500 һум, - тиҙәр ут күршеләребеҙ.

Шуға ҡарамаҫтан, иттең хаҡы дүрт йыл элек нисек күтәрелде, әле лә шул уҡ кимәлдә. Һум ите - 380-400 һум, ҡалған өлөшө 300 һумдан башлап. Күмәртәләп алырға ла була, артҡы аяғы - 300-320 һум, ҡулы - 280-300 һум. Әйткәндәй, йылҡы менән һыйыр итенең хаҡы бер үк. Күптәнге танышымды осратып, уның да ит һатыуға ҡағылышлы уй-фекерҙәрен белергә булдым. Уның да малы ишле генә ине, нимә эшләтә икән?

- Яңы техрегламент уйлап сығарып, халыҡты бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрөргә булдылар, күрәһең. Ҡайҙа һуң ул мал һуя торған махсус биналар - берәүһен әле саҡ астылар бит.

Мин ҡаланан илле саҡрым алыҫлыҡта ятҡан төпкөл ауылда йәшәйем. Йыл һайын биш-алты баш эре мөгөҙлө мал һуйып, алып-һатарҙарға тапшырам. Ис-маһам, әҙме-күпме килем алырға була. Ете ҡат тиремде сығарып аҫраған малды һатыр өсөн бер кемдән дә рөхсәт һорап торорға йыйынмайым. Үҙебеҙ аҫраған малды бысраҡта аунатып һуя тип уйлайҙармы икән?

Беҙ бит мосолман халҡы, рәтен беләбеҙ. Бер гәзиттә уҡығайным: «Мал аҫрап, йүнләп йәшәргә тырышҡан ауыл халҡына ҡаныҡҡансы, бер төп картуф та үҫтереп ашай алмаған ауыл эскеселәренә ҡаршы көрәш башлаһындар. Ит ашап үлгән, тигәнде ишеткән юҡ, ә бына эсеп ҡырылыусылар быуа быуырлыҡ», тип. Тулыһынса килешәм, эскеселәр, енәйәтселәр, ришүәтселәр менән көрәшһендәр, хәләл көсө менән тормош көтөүселәргә аяҡ салмаһындар ине, - тип әсенеп һөйләп китте танышым. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, аҙағы хәйерле булһын.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: