Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Октябрь 2018, 11:32

Сүп-сар реформаһына әҙербеҙме?

Ҡалдыҡтар проблемаһы йылдар дауамында актуаль булып ҡала. Белгестәр белдереүенсә, бер кешегә йылына уртаса биш йөҙ килограмм ҡалдыҡ тура килә, ти белгестәр.

Ҡалдыҡтар проблемаһы йылдар дауамында актуаль булып ҡала. Белгестәр белдереүенсә, бер кешегә йылына уртаса биш йөҙ килограмм ҡалдыҡ тура килә, ти белгестәр.

Әлбиттә, сүп-сарҙы эксплуатациялау тураһында ла һорауҙар күп. Сөнки уларҙың күптәре урмандар, баҫыуҙар һәм хатта йылғаларға ташланыуы бер кемгә лә сер түгел. Йылдан-йыл бындай хәл хәүефле була бара.

Яңы коммуналь

хеҙмәт

Әгәр проблема алдағы ваҡытта ла хәл ителмәһә, бер нисә йылдан үҙебеҙгә сүплектә йәшәргә тура киләсәк. Быларға юл ҡуймаҫ өсөн илдә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында ҙур реформа башланды. «Эко-сити» төбәк операторының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2019 йылдың 1 ғинуарынан республика халҡы өсөн, тотош рәсәйлеләр кеүек үк, ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт индерелә. Был ни өсөн кәрәк? Полигондарға сығарылған сүп-сар күләмен ҡыҫҡартыу маҡсатында.

Бөгөн улар өсөн был үтәй алмаҫлыҡ ҙур йөкләмә. Һәм Башҡортостан өсөн был проблема айырыуса киҫкен. Республикала, барлыҡ санитар талаптарға ярашлы, утыҙ алты полигон бар. Ҡалғандары - санкцияланмаған сүплектәр. Һәм улар ғәйәт күп - 3,5 меңгә яҡын.

Был мәсьәлә менән сит илдә күптән шөғөлләнәләр. Беҙ сүпте күмәбеҙ, ә унда уны эшкәртеп, йәнә хужалыҡ ихтыяждары өсөн ҡулланырға тырышалар. Был форматҡа беҙҙең ил дә яйлап күсә. Төбәктәрҙә ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү буйынса заводтар төҙөләсәк.

Төбәк операторҙары

кемдәр?

Һөҙөмтәлә, сүп-сарҙың яртыһынан күбеһе икенсе һулыш аласаҡ. Был республика территорияһында та-ҙалыҡты һәм хәүефһеҙлекте гарантиялаясаҡ.

Ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн (уларҙың контейнерға эләгеп, сорттарға бүленеп, эшкәртеп, күмгәнгә тиклем) яуап биреүсе компания. Һәр субъектта улар конкурс барышында һайлап алына. Башҡортостанда уны республика Хөкүмәте үткәрҙе. Ышаныслы һәм яуаплы башҡарыусы данынан тыш, ҙур эш тәжрибәһе һәм үҫешкән матди-техник база булыуы мөһим ине.

Республика территорияһы ҙур, шуға ла уны биш зонаға бүлделәр. Уларҙы дүрт төбәк операторы хеҙ-мәтләндерәсәк. Майҙан буйынса иң ҙур территорияны «Эко-Сити» компанияһы хеҙмәтләндерәсәк, 2027 йылдың аҙағына тиклем эш алып барасаҡтар. Ул Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары өсөн яуап бирәсәк.

Лицензиялы

булырға тейеш

Шулай итеп, 2019 йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәттәр квитанцияһында яңы пункт барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан халҡы ҡаты коммуналь ҡал-дыҡтар сығарғанға күпме түләйәсәк һуң? Иң сетерекле һорау, әлбиттә, хаҡ. Тарифтар әле аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Яҡынса һандар тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә мөмкин: бер кубометр ҡалдыҡҡа - биш йөҙ һум. Хаҡ һәр кемдең күпме сүп-сар ташлауына бәйле буласаҡ. Тарифтар республика тарафынан ра-ҫланасаҡ. Уның күләме торлаҡ майҙанына ҡарап түгел, ә кеше башына ҡарап билдәләнәсәк.

Ҡалала хаҡ күтәрелһә лә, граждандар өсөн түләү тәртибе әллә ни үҙгәрмәй, сөнки килешеүҙе йорттар менән идара итеүсе компаниялар төҙөйәсәк. Ә ауылда апаруҡ һиҙеләсәк, сөнки бөтә йорт (магазин, учреждение биналары) хужалары ҡалдыҡтарҙы ташыу тураһында килешеү төҙөргә бурыслы. Йәғни сүп-сарҙы үҙем күмәм, яндырам, тип кенә ҡотолоп булмаясаҡ. Сөнки көндәлек тормошта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары һәр кешелә йыйыла, әгәр ҙә уны оператор аша полигонға оҙатмай икән, ҡалдыҡтар менән эш итеү тәртибен боҙа, тип баһаланасаҡ һәм кисектермәй яуапҡа тарттырыласаҡ. Суд алдына баҫып, штраф түләргә тура киләсәк тигән һүҙ.

Реформа тирә-яҡты сүп-сарҙан ҡотолдорорға ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ. Мәҫәлән, районыбыҙҙа 79 сүп-лек ябыласаҡ, тип көтөлә. Төбәк операторы йыйған бөтә сүпте ул тик лицензияланған полигондарға ғына сығарып түгәсәк.

«Эко-Сити» эшләгән зонала улар етәү. Улар Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет, Учалы ҡалаһы сигендә урынлашҡан. Кеше билдәләнгән урынға тоҡ менән сүп-сарын сығарып ҡуя һәм уны билдәләнгән ваҡытта алып китәсәктәр.

Ғәйеплегә штраф

һалынасаҡ

Кемдер законһыҙ рәүештә сүплек асып маташа икән, һәм был хаҡта төбәк операторы хәбәрҙар булһа, шундуҡ экологияны контролдә тотоу комитетына хәбәр итәсәк. Был кеше утыҙ көн эсендә сүплеген ликвидацияларға тейеш. Төбәк операторы таҙартыуын үҙе лә таҙартасаҡ, әммә һуңынан был эштең тулы хаҡын ер хужаһынан түләтәсәк. Ғәйеплегә штраф һалынасаҡ. Реформаға һәр кемдең яуаплы ҡарауы мөһим.

Нурия ШӘРИПОВА әҙерләне.


Читайте нас: