Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
6 Ноябрь 2018, 11:22

Өфөлә яңы хакимиәт башлығы

Хәҙер республикабыҙҙы Федерация Советында вәкилләгән Ирек Ялалов урынына Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды.

Хәҙер республикабыҙҙы Федерация Советында вәкилләгән Ирек Ялалов урынына Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды. 1959 йыл Саҡмағош районында тыуған. Техник фәндәр кандидаты. Һуңғы вазифаһы - «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.


Мәскәүҙә хәҙер инде 9-сы тапҡыр «Зиновьев уҡыуҙары» тип аталған ғилми конференция үтте. Дәүерҙе фәлсәфәүи яҡтан аңларға тырышыуҙары ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Италия политологы Джульето Кьеза әфәнденең фаразы буйынса, зама-наның төп проблемаһы шуға килеп тоташа: етеш тормоштан аңдары томаланған 100 миллион кеше (Көнбайыш илдәре) Ер йөҙөндәге 7 миллиард кеше менән идара итте, артабан да хакимлыҡты һаҡлап ҡалмаҡсы; бындай ҡаршылыҡтар бик йыш һуғыш менән тамамлана, ти. Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Никита Михалков, Европала яҡшы менән яманда тамам бутала башланылар, тип сығыш яһай. Үҙенең балалары булмаған хакимдар киләсәкте нисек хәстәрләр, тип тә хаҡлы борсола.

Ысынлап та шулай икән шул: Ангела Меркель (Германия канцлеры), Эммануэль Макрон ( Франция президенты), Тереза Мэй (Бөйөк Британияның премьер-министры), Стефан Левен (Швеция премьер-министры), Паоло Джентилоне (Италия хөкүмәте башлығы), Марк Рютт (Нидерланды хөкүмәте башлығы), Жан Клод Юнкер (Еврокомиссия рәйесе) кеүек миллион-миллион кеше яҙмышы менән идара иткән әфәнделәр атай-әсәй бурысы ни икәнлеген белмәйҙәр һәм белергә теләмәйҙәр икән.


Айыҡ аҡылға күп күренештәрҙе аңлауы үтә ҡыйын. Әйтәйек ВТБ банкы - 60 процентҡа дәүләт предприятиеһы. Олег Дерипаска - Рәсәйҙә байыған олигарх. ВТБ-ның Дерипаска эйәлегендәге компанияға 132 миллион долларлыҡ дәғүәһе килеп сыҡҡан икән, ни сәбәптәндер бәхәсте ҡарау өсөн Лондон судына мөрәжғәт иттеләр. Рәсәй хоҡуҡ системаһын күрәләтә һанға һуҡмау була бит был, өҫтәүенә, инглиз суды ныҡ ҡиммәтсел - күпме аҡса ситкә китә!


Мәскәүҙәге «Новая газета» журналистары коррупция тураһында тикшереүҙәр менән ныҡлап шөғөлләнә. Ун көнләп элек, ныҡ соҡонмағыҙ тип ҡурҡытҡандай, кемдер редакция ишеге алдында кеше ерләгәндә ҡуйылған венок һәм киҫелгән тәкә башы ҡалдырып киткән була. Хәбәрселәр менән килешә алмағандарҙыр инде - ошо арала төндә ситлек эсендә 9 тере һарыҡ та ҡалдырып китәләр, һәр береһенә «пресса» тип яҙылған жилет кейҙерелгән, ти. Янаусылар аҡылға теүәл микән тип тә шикләнерлек, ниңә шул тиклем мәшәҡәтләнәләр икән? Полиция эҙләй башлаһа, өҫтәмә эҙ ҡалдырыуҙары ла көн кеүек асыҡ. Нисек кенә булмаһын, был һарыҡтар йәнлектәр өсөн приютҡа оҙатыла.


Леонардо да Винчи тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Былтыр бер картинаһы 450 миллион долларға һатылып, кешелек тарихында иң ҡиммәт сәнғәт әҫәре тип рәсми рәүештә танылды. Инглиз нейробиологы Кристофер Тайлер даһи ижадсының мираҫын ентекләп тикшерә торғас, сәйер һығымта яһай: Винчи әфәнде ҡы-лый күҙлектән яфаланған, тап шул үҙенсәлеге арҡаһында «күләмле» һүрәттәр яһай ҙа инде. Эшһөйәр һәм ныҡышмал кешегә, хатта, сир ҙә ярҙам итә!


Стәрлетамаҡтағы сауҙа үҙәктәренең береһендә уҙған ял көндәрендә питон юҡ була. Был ҙур, табышын быуып үлтерергә күнеккән йылан контактлы зоопаркта аҫралған икән. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә, кейем-һалым магазинында тап итәләр, кире алып ҡайтаралар, мәхлүк зыян килтереп өлгөрмәй. Йәнлектәр менән һағыраҡ булырға кәрәк инде!


Өфөлә «Башсельхозтехника» предприятиеһында тәүге «Беларус-1221.3» тракторын йыйҙылар. Минск трактор заводы лицензияһы буйынса әҙер комплекттарҙан йыйыла. Башҡортостанда йыйылған ауыл хужалығы техникаһының төп өҫтөнлөгө шунда: төбәк аграрийҙары республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ярҙамында һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.










Ана бит, Краснодар крайындағы бер ауылға цирк килгән була. Тамашаға сығарылған инә арыҫлан тик торғанда ажарланып, 4 йәшлек ҡыҙыҡайға һөжүм итте, тип хәбәр ителде. Ҡотҡарыуын ҡотҡарылды, әммә балаҡай ныҡ ҡурҡа, сәләмәтлегенә зыян килә.



Өфөлә «Башсельхозтехника» предприятиеһында тәүге «Беларус-1221.3» тракторын йыйҙылар. Минск трактор заводы лицензияһы буйынса әҙер комплекттарҙан йыйыла. Башҡортостанда йыйылған ауыл хужалығы техникаһының төп өҫтөнлөгө шунда: төбәк аграрийҙары республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ярҙамында һатып алыу мөмкинлегенә эйә.




Читайте нас: