Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
13 Ноябрь 2018, 10:43

Автобустарҙың яҙмышы нисек хәл ителә?

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында «Башавтотранс» унитар предприятиеһының пассажирҙар йөрөтөү буйынса генераль директор урынбаҫары Сергей Паскиндың эш сәфәре менән районыбыҙға килеүе, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыу үткәрелеүе тураһында яҙғайныҡ.

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында «Башавтотранс» унитар предприятиеһының пассажирҙар йөрөтөү буйынса генераль директор урынбаҫары Сергей Паскиндың эш сәфәре менән районыбыҙға килеүе, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыу үткәрелеүе тураһында яҙғайныҡ.

Һөҙөмтәләрҙе барлар

мәл етте

Кәңәшмә барышында учалыларҙың автобус хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы бихисап ялыуҙары еткерелде. Иң һуңында был йүнәлештә хәлде арыуландырыу өсөн байтаҡ пландар төҙөлдө.

Әйткәндәй, бөгөнгө көндә йәмәғәт транспорты актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала. Район хакимиәте пассажирҙар ташыусыларҙың эшмәкәрлеген контролдә тоторға тырыша. Мәҫәлән, «Башавтотранс» унитар предприятиеһы вәкиленең Учалыға килеүе Фәрит Фәтих улының инициативаһы менән ойошторолдо ла инде.

Тәүге һөҙөмтәләрҙе барлар мәл етте. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Учалы АТП-һы директоры урындағы мәғлүмәт саралары менән пресс-конференция уҙғарҙы. Һуңғы арала ниндәй эштәр башҡарылған, шул турала етди һөйләшеү булды.

Төбәгебеҙҙә йәмәғәт транспортында халыҡты йөрөтөүҙе «Башавтотранс» предприятиеһы үҙ ҡарамағына алған. Беҙҙә ҡала эсе маршруттарын хеҙмәтләндереүсе шәхси һәм «нелегал» йөрөтөүселәр юҡ икән. Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш буйынса бүлек начальнигы Альбина Политавкина әйтеүенсә, өс йыл элек районда пассажирҙар йөрөтөүгә конкурс иғлан иткәндәр (конкурс асыҡ үтә, белдереү киң мәғлүмәт сараларында баҫыла), тәүҙә бер шәхси ойошма ҡатнашырға теләк белдерһә лә, заявка бирмәй. Пассажир йөрөтөүҙә ҙур килем алып булмай, тип аңлата был күренеште.

Автобустар ваҡытында

йөрөймө?

Учалы АТП-һы өс ҡала, ун биш ҡала яны һәм өс ҡала-ара маршрутын хеҙмәтләндерә. Транспорт паркында 107 берәмек автобус иҫәпләнә, шул иҫәптән утыҙ биш дана мәктәп уҡыусыларын йөрөтә.

Халыҡты иң борсоғаны: автобустарҙың ваҡытында йөрөү-йөрөмәүе. Октябрь башында был күрһәткес 72 процент тәшкил иткән. Әлбиттә, проблеманың үҙ сәбәптәре лә етерлек, предприятие етәксеһе Фәнүз Сәлих улы белдереүенсә, эш транспорт паркының иҫкереүенә һәм «Д» категориялы водителдәр етешмәүгә ҡайтып ҡала.

Үткәндә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының пассажирҙар йөрөтөү буйынса генераль директор урынбаҫары Сергей Паскин Учалы филиалындағы хәлдәрҙең етди булыуын иҫәпкә алып транспортты яңыртырға 1,5 миллион һум аҡса йүнәлтергә вәғәҙәләгәйне. Уның ҡарауы, бөгөнгө көндә тейешле ярҙамдың бер миллион һумын алғандар ҙа инде.

- Был аҡсаға запас частар, тәгәрмәстәр, майлау материалдары һатып алдыҡ. Бер нисә автобусты төҙөкләндерҙек. Ошо рәүешле автобустарҙың даими йөрөшө 92 процентҡа етте. Мәҫәлән, һуңғы айҙа 7.25 сәғәттә йөрөгән иртәнге ҡала рейсында берҙе лә өҙөклөк булманы, - тип билдәләне Фәнүз Шәймәрҙәнов.

Водителдәр етешмәй,

кадрҙарға ҡытлыҡ

Кадрҙар етешмәй, предприятиела бөгөнгө көндә водителдәргә ҡытлыҡ. Ошо арала өс кешене эшкә алғандар, тағы ла «Д» категорияһы булған ун биш водитель кәрәк. Уртаса эш хаҡы эш сәғәтенә ҡарап 20 мең һумдан 35 мең һумға тиклем барып баҫа. Водителдәр етешмәү арҡаһында күптәр 12-шәр сәғәт эшләй, улар - 30-35 мең һум ала. Ә һигеҙ сәғәтлек бер сменала эшләгәндәрҙең эш хаҡы уратаса 20-25 мең һумға етә.

- Шуға ҡарамаҫтан, пассажирҙарға хәүефләнергә кәрәкмәй. Водителдәргә рейс араһында ял итеп, хәл алырға мөмкинлек бирелә. Рейстарға медицина тикшереүе үтеп сығалар. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә тырышабыҙ, ауылда йәшәгәндәрҙе вахта ысулы менән эшләргә саҡырабыҙ. Бының өсөн беҙҙә ике бүлмә әҙерләнгән, смена ваҡытында йәшәр өсөн көнкүреш шарттары булдырылған. Эш графигын бергәләшеп төҙөргә мөмкин, - тине Фәнүз Шәймәрҙәнов. Предпритяиеға контролер ҙа талап ителә, уның эш хаҡы ун биш мең һум тирәһе икән.

Мәктәп уҡыусыларын йөрөтөү нисек ойошторолғаны тураһында ла һүҙ булды. Балалар автобустары ҡала, ҡала яны маршруттарына сығарыламы-юҡмы, тип ҡыҙыҡһындыҡ.

- Мәктәп автобустарына водителдәр тулыһынса етә, уларҙың уртаса эш хаҡы - 18 мең һум. Әлеге ваҡытта ҡулланыу ваҡыты үткән дүрт ПАЗ мәктәп автобусы ҡала яны пассажирҙарын йөрөтөү өсөн бирелгән, - тип аңлатма бирҙеләр.

Шулай уҡ октябрь кәңәшмәһендә автобустарҙың маршрутын смартфондарҙа онлайн-режимда күҙәтеү мөмкинлеген булдырыу тураһында ла һүҙ булғайны. Әлеге мәлдә ҡушымта эшләй, уның менән нисек ҡулланырға кәрәклеген Учалы АТП-һының директор урынбаҫары Руслан Ғәйнуллин үҙенең телефонында эшләтеп күрһәтте.

- «Транспорт» тип аталған бушлай ҡушымта әлегә Android яйланмалары өсөн генә тәғәйенләнгән. Әгәр ҙә интернетҡа сыға торған смартфонығыҙ булһа, ҡушымтаны яҙҙырып (Play Market-та ТНЦ тип яҙылған) ҡала һәм ҡала яны маршруттарын күҙәтеп барырға мөмкин, картала автобустың әлеге ваҡытта ҡайҙа йөрөгәне шундуҡ күренәсәк. Әлбиттә, ҡушымтала әлегә барлыҡ рейстар ҙа күренмәй, шул иҫәптән алмашҡа сыҡҡандары ла. Мәҫәлән, әгәр «беренсе» һанлы, йәки «икенсе» маршрут төшкө ашҡа китеп, уның маршрутын башҡа водитель хеҙмәтләндерһә, уны ҡарап булмаясаҡ. Яҡын арала ҡушымтаның мөмкинлектәре киңәйтеләсәк, өҫтәлмәләр индереләсәк, - тип белдерҙе предприятие етәкселеге.

Автобустарҙың линияға сығыу-сыҡмауы етди контролгә алынған. Автобус павильондарына маршрут графигы яҙылған яңы таҡталар ҡуйыу дауам итә. Эште Бурансы биҫтәһенән башлағандар. Мөрәжәғәттәр өсөн «ҡыҙыу линия» эшләй. Учалылар тәҡдимдәрен һәм ялыуҙарын 3-97-23, 3-97-11 (5.30 сәғәттән 24 сәғәткә тиклем) телефондары аша ҡалдыра ала. «Башавтотранс» унитар предприятиеһының «ҡыҙыу линия» телефоны 8-800-222-23-47.

Транспорт паркында иҫке техниканы утилләштереү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк, район хакимиәте әлеге ваҡытта «Башавтотранс» предприятиеһына мөрәжәғәт менән сыҡҡан. Ҡала-ара маршруты тураһында ла һүҙ булды осрашыуҙа. Бөгөнгө көндә Өфөгә, Екатеринбург, Стәрлетамаҡ (Архангель районы аша, Ҡыҙыл Йылым боролошо аша) ҡалаларына автобустар йөрөй. Учалылар өсөн бик кәрәкле рейстар, кеше һәр ваҡыт тулы була. Учалы автовокзалынан баш ҡалаға «Мерседес» төнгө 00.00 сәғ.ҡуҙғала, Өфөнөң Көньяҡ ав-товокзалынан 16.10 сәғ.ҡайтырға сыға.

Иң мөһиме - хәүефһеҙ

барып етеү

Кеше күп булһа, байрам көндәрендә, каникулдарҙа линияға ҙур автобус ебәре-лә. Екатеринбургҡа иһә Учалынан 9.30 сәғәттә ҡуҙғала, юлда алты сәғәт бара. «Стәрлетамаҡ-Учалы» автобусы көн аша йөрөй. Маршруттарҙың йөрөшө тураһында автовок-залға 6-23-87 телефондары буйынса шылтыратып белеш-мә алырға мөмкин.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер халыҡ такси хеҙмәте автобус-автомобилдәре менән файҙа-ланырға тырыша. Әммә, уларҙың күбеһе ваҡыт, аҡса тип юл хәүефһеҙлеге тураһында онотоп еберәләр шул. Ошо арҡала ябай халыҡ яфа күрә, ҡаршы йүнәлешкә барып сыҡҡан йә иһә йоҡлап киткән водителдәр арҡаһында күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Ә беҙҙең өсөн иң мөһиме тейешле урынға ваҡытында һәм уңайлы шарттарҙа, бер ниндәй хәүефһеҙ барып етеү. Киләсәктә автобустарҙың яҙмышы ыңғай хәл ителһен тигән теләктә ҡалайыҡ.

Машина йөрөтә белмәгәс, ауылға, ҡала эсендә автобус менән йыш йөрөргә тура килә. Баш ҡалаға ла «Башавтотранс» предприятиеһының автобустары менән барған мәлдәр булды. Әлегә, транспортҡа ла, водителдәргә лә дәғүәләрем юҡ. Туҡталышҡа ҡасан ғына сыҡма, автобустар графикка ярашлы йөрөйҙәр. Оҙаҡ көтөп тормайһың.

Әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, ҡалала йәшәүсе Гөлнур Зарипова быға тиклем иртәнге рейстарҙың тотҡарланыуы тураһында бәйән иткәйне.

- Һуңғы арала проблема ыңғай хәл ителде. Эшкә һуңламайбыҙ, автобустар ваҡытында йөрөй, - тине ул.

Ҡайһы берәүҙәр кондукторҙарҙың билет бирмәүҙәренә лә зарланып алдылар.

- Юл өсөн аҡса түләйбеҙ, ә кондуктор ханымдар билет бирмәй беҙгә. Ахырҙа һорап алырға тура килә. Юлда тикшереү-фәлән була ҡалһа шт-рафты беҙгә һаласаҡтар бит, - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. Шулай уҡ ауылдарға йөрөгән автобустарҙа ла ошондай хәлдәрҙең күҙәтелеүен бәйән иттеләр. Барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә. Әммә, ошо берәү арҡаһында ҡалғандар ҙа «ҡара исемлеккә» эләгә. Әгәр ҙә дәғүәләрегеҙ, һорауҙарығыҙ булһа, үрҙә телгә алынған телефон һандары буйынса шылтыратырға онотмағыҙ.

Нурия ШӘРИПОВА.
Читайте нас: