Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
13 Ноябрь 2018, 11:00

Һиндостанда «Азия һылыуҡайы - 2018» конкурсы уҙҙы

РФ һәм АҠШ президенттары саммитына бағышлап тәңкә (монета) сығарылды. Матурлығын матур, бер яғында Путин менән Трамп, икенсе яғында - осрашыу үткән Хельсинки ҡалаһы. Тик бына русса яҙыуҙарҙы тик икелегә уҡыған тома наҙан бала яҙған тип уйларлыҡ, хаталарын үҙегеҙ ҙә еңел абайларһығыҙ тип уйлайбыҙ: «дипломатическая история», «новое эра» и «Хельпинcкий саммит».

РФ һәм АҠШ президенттары саммитына бағышлап тәңкә (монета) сығарылды. Матурлығын матур, бер яғында Путин менән Трамп, икенсе яғында - осрашыу үткән Хельсинки ҡалаһы. Тик бына русса яҙыуҙарҙы тик икелегә уҡыған тома наҙан бала яҙған тип уйларлыҡ, хаталарын үҙегеҙ ҙә еңел абайларһығыҙ тип уйлайбыҙ: «ддипломатическая история», «новое эра» и «Хельпинcкий саммит».


Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2019 йылды байрам итеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Яңы йыл шыршыһы байрамы 21 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Был тантанаға, ғәҙәттәгесә, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестиваль-конкурс лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, күп балалы ғаилә ағзалары һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән сабый-ҙар саҡырыла. Был документ менән, район һәм ҡала хакимиәттәренә байрам тамашалары ойоштороу йөкмәтелгән.


Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пунктының 125-е белгестәр булмауы арҡаһында эшләмәй, тип хәбәр ителде. Уларҙың 72-һе - авария хәлендә, 152 фельдшер-аку-шерлыҡ пунктында шәфҡәт туташтары ғына эш алып бара. Пункттарҙың 80% ҡуртымға алынған биналарҙа урынлашҡан. Дәүләт Йыйылышының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты ултырышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров ошондай ҡурҡыныс һандар менән таныштырҙы. Тармаҡтағы тағы ла бер проблема - кадрҙарҙың йыш алмашыныуы. Әйтәйек, 2017 йылда 1770 белгес медицина хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырған, ә 1433 табип эштән киткән. Медиктарҙың 23 проценты - пенсия йәшендә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында был һан юғарыраҡ - 40 проценты пенсионерҙар.


Ә ҡайһы бер табиптарҙың булыуынан булмауы яҡшыраҡтыр. Интернет селтәрендә медицинаға бәйле сираттағы шау-шыу ҡупты. Шәкәр ауырыуы менән сирләгән ҡатын дауаханала ҡабул ителеүгә яҙыла алмай ҙа, тура табипҡа мөрәжәғәт итә - инсулинға рецепт яҙыуын үтенә. Был препаратһыҙ йәшәй алмайым да инде, тип аңлатып маташа. Теге иһә, «Дөмөкһәң дөмөк әйҙә, рецепт бирмәйәсәкмен», - тип битәрләп ҡыуып сығара. Видеояҙма интернетҡа сығарылғас, табип шәрәмәте эшенән ҡыуылды, тип әйтелде.


Свердловск өлкәһе хөкүмәтендә Йәштәр сәйәсәте депар-таментын етәкләгән Ольга Глацких тоҙһоҙ хәбәре менән бөтә илгә дан алды. Рәсми осрашыу ваҡытында ҡыҙ-малайҙарға тура әйтә бит, йәнәһе лә, «... дәүләт һеҙгә ниҙер тейешле түгел, тыуҙырғандар икән, ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең алда бурыслы. Һеҙҙе тыуҙырыуҙы дәүләт уларға һис тә йөкмәтмәгән». Әлбиттә, эштән ҡыуыласаҡ, бөтә трибуналарҙан демография көрсөгө тураһында тамаҡ ярылған ваҡыт бит. Әйткәндәй, О.Глацких «...һеҙҙең менән эшләгән өсөн чиновниктарға эш хаҡы бик аҙ түләнә», - тип тә бәлә һалған була. Ҡыҙыҡ өсөн интернеттан эҙләп таптыҡ - былтырғы эш хаҡ айына уртаса 127 мең һум тура килгән! Ошо ла аҙ булып күренгәс... Ярар, килемлерәк шөғөл эҙләһен әйҙә хәҙер.


Доньяның иң бай кешеләренең береһе, «Microsoft» компанияһын нигеҙләүсе Билл Гейтс бер ҙә тик ятмай. Ошо арала 200 миллион доллар, 7 йыл ваҡыт сарыф итеп ғалимдарҙан әҙерләткән яңы бәҙрәф проектына презентация үткәрҙе. Эшләһен өсөн һыу бөтөнләй кәрәкмәй! Тиҙәкте зарарһыҙ өлөштәргә (ашламаға) айырыу өсөн ҡояш энергияһын да ҡулланыу мөмкин. Ә иң мөһиме - санитария талаптарын ҡайҙа ла үтәү мөмкин буласаҡ, юғиһә башлыса бәҙрәфтәрҙән таралған йоғошло ауырыуҙарҙан ярлы илдәрҙә йыл һайын миллион-миллион кеше үлеп тора. Бил Гейтс был проектын компьютер уйлап сығарыу, «мәғлүмәт революцияһы» менән сағыштырҙы. Афариндан башҡа ни әйтәң инде - Рәсәй олигархтары һымаҡ яңынан-яңы океан яхталары алып, бар донъя буйлап «хан һарайҙары» төҙөтөп маһаймай бит, бар кешелеккә мөһим эштәр менән мәшғүл.


Һиндостанда уҙған «Азия һылыуҡайы - 2018» конкурсының иң сибәр ун ҡыҙы араһында яҡташыбыҙ ҙа бар. Рената Нәҙершина Өфөләге «Берҙәмлек» лицейының ун беренсе класында уҡый, тип хәбәр ителде. Уға 17 йәш. Жюри ағзаларын һылыулығы менән әсир иткән ҡыҙ таж һәм төрлө приздарҙан тыш, Ҡытайҙағы донъя конкурсына саҡырыу менән бүләкләнде. Унда ла еңһен, тип теләп ҡалайыҡ.


Оло кешеләрҙән дәрт-дарман ташып тора тип күпме генә тылҡымаһындар, йәш үҙенекен ала инде ул. Етди социологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 47,4 процент 55-65 йәштәге рәсәйле үҙ көсө менән үҙе теләгән йәшәйеш кимәлен тәьмин итә алмауы тураһында белдерә. Йәғни, үҙен ярҙамға мохтаж, тип иҫәпләй. 45-54 йәшлектәр араһында ундайҙар 42, 25-34 йәшлектәрҙә - 23 процент. Тенденция аңлашыла инде.

Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып

Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне.


Читайте нас: