Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
16 Ноябрь 2018, 12:03

Сәбәбен аңлайыҡ

Учалы ҡалаһында 211 күп фатирлы йорт иҫәпләнә икән. Уларҙың 150-һенә файҙаланылған йылылыҡ энергияһын теркәй барған дөйөм йорт счетчиктары ҡуйылған икәнлеге мәғлүм.

Учалы ҡалаһында 211 күп фатирлы йорт иҫәпләнә икән. Уларҙың 150-һенә файҙаланылған йылылыҡ энергияһын теркәй барған дөйөм йорт счетчиктары ҡуйылған икәнлеге мәғлүм.

Әлегә һүҙ 79 күп фатирлы өй тураһында бара, уларҙа бындай ҡоролмалар бер йылдан элегерәк ҡуйылған һәм эйәләренә байтаҡ экономия килтерәләр ине. Хәҙер (ваҡытлыса!) улай түгел. Бына, мәҫәлән, Ленин урамындағы 32-се йортта 57,1 квадрат метр майҙан биләүсегә сентябрь айында йылылыҡ өсөн 1410 һум 99 тин түләргә тура килһә, октябрь өсөн 2 030 һум 20 тин талабы килгән. Ни өсөн?

Был һорауға «Заказсы хеҙмәте» идара компанияһы» йәмғиәте етәксеһе директоры Вилена Шәрипова һәм «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәте директоры Илнур Хәкимйәнов тулы яуап бирҙеләр.

Башта шуны аңлаттырға кәрәктер, йәйен аҙ булып та, ҡышын саманан тыш күп түләргә тура килмәһен өсөн, ғәмәлдәге норматив документтар буйынса, фатирҙы йылытыуға йыл буйына киткән сығымдар бергә ҡушыла ла, 12 айға тигеҙ итеп бүленә. Ағымдағы йылдың түләүҙәре үткән йылдың фәҡәт ошо күр-һәткесенә ҡарап башҡарыла. Тик бына бер йыл икенсеһенә тура килмәй. Мәҫәлән, 2016-2017 йылдарҙа яғып йылытыу миҙгеле 27 сентябрҙә башланып, 3 майҙа тамамланды, уртаса температура минус 8,8 градус тәшкил итте. Миҙгел шулай йомшаҡ килгәс, сығымдар көтөлгәндән аҙыраҡ булды, «За-казсы хеҙмәте» идара компанияһы» йәмғиәте корректировка башҡара. Ошо арҡала артығыраҡ түләнгән аҡса кире ҡайтарыла, һәм, ҡағиҙә буйынса, киләһе миҙгелгә ошо күрһәткестәрҙән сығып, йылылыҡ өсөн сығымдар түбәнейтелгән коэффициент буйынса билдәләнә. Ә һуңғы яғып йылытыу миҙгеле ҡаты килде: 1 октябрҙән үк башлана, 14 майға тиклем дауам итә, уртаса температура 8,8 градус тәшкил итә. Әлбиттә, байтаҡҡа күберәк йылылыҡ энергиһы талап ителә, сығымдар арта.

2018 йылдың 9 айындағы реаль сығымдарҙы барлағас, ҡалған 3 айҙа йылылыҡ өсөн норматив менән түләтеп тороу иң оптималь вариант тигән ҡарарға киләләр. Ысынбарлыҡтағы һәм былтыр планлаштырылған сығымдарҙың айырмаһын ҡаплағансы телгә алынған 79 йорт кешеләренә өс ай дауамында 100, 300-500 һум, айырым осраҡта унан да артығыраҡҡа күберәк түләп торорға тура киләсәк.

Илнур Хәкимйәнов һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Учалы йылылыҡ селтәрҙе» ҡаланы тәьмин иткән йылылыҡтың 35 процентын ғына үҙе етештерә, ҡалған, төп өлөштө башҡа етештереүселәрҙән (Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Учалытеплосервис», «Газпромтеплоэнерго» йәмғиәттәре һәм башҡа) үҙе ала. Ә бына 36 километрҙан ашыу магистраль йылылыҡ селтәрҙәрен биләү һәм эксплуатациялау тик «Учалы йылылыҡ селтәрҙе» яуаплылығында». Был процедуралар тулыһынса закон һәм норматив документтарға ярашлы башҡарыла, тип тә билдәләнеләр. Кемдер аңламау арҡаһында «бүрәнә артында бүре» күренә башламаһын, тип эш ителә. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тигәндәй, үрҙә яҙғанды ябайлаштырып түбәндәгесә әйтергә мөмкиндер:

1) дөйөм йорт счетчиктары ҡуйылған өйҙәрҙәге кешеләр бындай ҡоролма ҡуйылмаған йорттарҙа йәшәгән кешеләргә ҡарағанда йылылыҡ менән тәьминәт өсөн әҙерәк түләй килделәр быға тиклем;

2) объектив сәбәптәр менән киләһе өс айҙа дөйөм йорт счетчиктары ҡуйылған өйҙәрҙәге кешеләр ҙә йылылыҡ өсөн нормативтар буйынса түләйәсәк;

3) ысынбарлыҡта ҡулланылған энергия элеккесә иҫәпкә алына, уның өсөн норматив буйынса түләгән осорҙа аҡса артыҡ китә икән, был айырма киләһе йылда иҫәпкә алынасаҡ.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: