Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
27 Ноябрь 2018, 10:40

Йәмәғәт кәйефе барометры

«Инцидент» тураһында күп һөйләнә, шул уҡ ваҡытта уның ни икәнлеген аныҡ ҡына күҙ алдына килтермәгәндәр ҙә күп әле.

«Инцидент» тураһында күп һөйләнә, шул уҡ ваҡытта уның ни икәнлеген аныҡ ҡына күҙ алдына килтермәгәндәр ҙә күп әле.

Бик ябай ғына әйткәндә - федераль властар тарафынан хупланған, Радий Хәбиров әлеге вазифаға тәғәйенләнгәс, Башҡортостанда ла киң ҡулланыла башлаған программа - йәмәғәт кәйефенең барометры тиерлек. Халыҡты ни борсоғанын, теге йә был мәсьәләгә күпселек кешеләр ниндәй фекерҙә булыуын объектив рәүештә билдәләү өсөн социаль селтәрҙәрҙәге - «Бәйләнештә», Facebook, Instagram, Twitter и «Класташтар» - һәм башҡа электрон сығанаҡтарҙағы мәғлүмәт эшкәртелә, дөйөмләштерелә, классификациялана.

Ауыр ҡамыт

кейеүгә тиң

Ниндәйҙер темаға кешеләр күп яҙа икән, улар «инцидент»ҡа берләштерелеп, был өлкәгә яуаплы чиновниктарға ебәрелә.

3-4 сәғәттә ошо социаль селтәрҙә беренсе яуап яҙылырға тейеш. Талап ителә икән, төплөрәк яуап әҙерләү өсөн һигеҙ көн бирелә, айырым осраҡта контроль дәүерҙең оҙайтылыуы ла мөмкин, әммә мөрәжәғәткә иғтибар итмәйенсә, исем өсөн генә яуаплау килеп сыҡмаҫ - компьютер бер нимәне лә онотмай бит!

- Красногорск ҡалаһында был системаның эффектлылығына инандыҡ, әлбиттә, «Инцидент» артабан да көйләнәсәк. Шул иҫәптән, вазифалы кешеләрҙең, учреждениеларҙың рейтингтары төҙөлә - кемдәр халыҡтың аһ-зарына ҡолаҡ һала, проблемаларҙы уңышлы хәл итә - барыһы ла асыҡ күренә.

Был система власть органдары өсөн өҫтәмә ауыр ҡамыт кейеүгә тиң, ләкин проблемалар шешкә тулышып һытылғанын көтмәйенсә ваҡытында хәл итә барыу - көн талабы, - ти «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.

Һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер - махсус рәүештә һәм туранан-тура «Инцидент»ҡа граждандар яҙа алмай, был программа халыҡ ниндәй теманы социаль селтәрҙәрҙә күберәк күтәреүен автоматик рәүештә үҙе айырып ала. Бер үк кеше ҡат-ҡат бер темаға төрлө аккаунттарҙан яҙһа ла, компьютер уның бер кеше икәнлеген билдәләп, барыбер кеше тип кенә иҫәпкә аласаҡ. Ҡыҫҡаһы, махсус рәүештә системаға эләгергә тырышыуҙан фәтеүә юҡ, ти, ә бына борсоған проблемалар буйынса социаль селтәрҙәрҙә әүҙем фекер алышыу - маҡсатҡа ярашлы. Бының өсөн үҙебеҙҙең электрон адрестарҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Яйыҡ» гәзите «Бәйләнештә» - https://vk.com/pub-lic165174096, сайт - https://yaikrb.rbsmi.ru/, «Учалинская газета» «Бәйләнештә» селтәрендә - https://vk.com/uchalinka, сайт - http://uchalinka.ru/.

«Инцидент»та ниндәйерәк һорауҙар күтәрелә? Һәм район властары ниндәй яуаптар ҡайтара - түбәндә тап ошо хаҡта уҡығыҙ.

Сүплектәр

ҡалмаҫ

Районыбыҙҙан бер ҡатын Ҡунаҡбай ауылы зыяраты эргәһендә сүплек ятыуға дә-ғүә ҡуйған: «Был һорауҙы беренсе йыл күтәрмәйбеҙ инде. Әммә үҙгәреш юҡ».

Ҡунаҡбай ауыл Советы ултырағы хакимиәте яуапты шулай итеп бирҙе: «2019 йылдың 1 ғинуарынан «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы федераль закон (№ 89-ФЗ) көсөнә инә, уға ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән региональ операторҙар эш итәсәк. Учалы районында был эшмәкәрлекте «Эко-Сити» төбәк операторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарасаҡ. Ауыл ултырағы хакимиәте тарафынан Ҡунаҡбайҙа һәм Ил-табанда сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса бөтә документтар әҙерләнгән.

Был проблема 2019 йылдың беренсе яртыһында хәл ителер. Шулай уҡ күрһәтелгән ултыраҡтарҙа 2019 йылдың икенсе кварталында ун ике күмеп ултыртылған сүп-сар контейнерҙары урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде».

Вәғәҙәләр

бирелде

«Мираҫ ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү өсөн талонды көн уртаһында алдыҡ. Сиратта 92-се булып! Киске 8-гә тиклем көтөп ултырҙыҡ, хатта, 40-сы урынға ла етмәнек. Ахырҙа беҙҙе: «Хушығыҙ, иртәгә яңынан сират алығыҙ», - тип ҡайтарҙылар. МФЦ 08.00 сәғәттән эшләй, ә сиратты иртәнге биштән алырға тура килә. Әгәр ҙә ниндәйҙер белешмә йә ҡағыҙ алыу өсөн көндәр буйына сират көтөргә тура килә икән, ни өсөн МФЦ булдырылды? Кешеләр эштәренән һорап китеп тә, буш ҡул менән кире ҡайталар. Хеҙмәткәрҙәре ҡасалар, сөнки эш хаҡтары бәләкәй, ә һөҙөмтәлә халыҡ интегә», - тип бөгөнгө көндә районыбыҙ өсөн ҡырҡыу социаль мәсьәләгә айырыуса иғтибар йүнәлтелә хатта.

Учалы ҡалаһындағы күп функциялы үҙәк етәкселеге яуап бирә: «Бындай хәл 2018 йылдың 1 октябренән барлыҡҡа килде - 82 төр дәүләт хеҙмәтләндереүҙәрен күрһәтеү бурысын халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенән күп функциялы үҙәккә күсереү социаль яҡлау хеҙмәтләндереүе алған граждандарҙың белешмәләр яңыртыу дәүере менән тап килә.

Әлеге мәлдә өҫтәмә ҡабул итеү тәҙрәләре асыу, персоналды тулыландырыу буйынса мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.

Алдан яҙылыу

хәйерле

Бөгөнгө көндәге ҡатмарлы күсеү дәүерендә алдан яҙылырға тәҡдим итәбеҙ: берҙәм белешмә хеҙмәте телефоны - 8(347) 246-55-33, Учалы ҡалаһындағы филиалдың номеры - 8(34791) 6-17-00, йәки МФЦ-ның рәсми сайтында (https://mf-crb.ru/) «шәхси кабинет» аша». Илгиз Байғужин социаль селтәрҙәрҙә оҡшаш һорау күтәргән: «Балаларға пособие буйынса документтарҙы урындағы МФЦ-ға бирҙек. Айҙан ашыу ваҡыт көткәс, йәнә мөрәжәғәт иттек. Беҙгә Белореттағы номерҙы бирҙеләр. Телефондан һорашып белдек - беҙҙең документтар ҡаралмаған, яңынан бер ай көтөргә кәрәк», - тип яҙған.

Учалылағы филиал етәксеһе Фәһим Фәтҡуллиндан шундай яуап алдыҡ: «Мөрәжәғәт Учалы МФЦ-һы һәм Белорет ҡалаһындағы халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалында ҡаралды. Балалар пособиеларына документтарығыҙ табылманы. Ҡайтанан Учалы ҡалаһындағы МФЦ етәксеһенә 8 (34791) 6-17-00 телефоны йә «шәхси кабинет» аша мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәбеҙ».

Яҡтыртҡыстар үҙ

урынында

Һөйәрғол ауылы кешеләре БР башлығы вазифа-һын башҡарыусыға мөрәжәғәт иткән булалар: «Хөрмәтле Радий Фәрит улы, беҙҙең проблеманы хәл ите-үегеҙҙе һорайбыҙ. Электричество үткәреү өсөн пенсионерҙарҙан аҡса йыйҙылар, ләкин бер йылдан ашыу ваҡыт үтте, бағандар ҙа, аҡса ла юҡ. Хакимиәттән подрядсылар алданы, эште башҡара алманылар, тип әйтәләр».

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге түбәндәге яуапты әҙерләй: «2017 йылда Һөйәрғол ауылы кешеләренең ҡарары менән Яңы Байрамғол ауыл Советы «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы»нда ҡатнашырға булды. Ауыл кешеләренең йомғаҡлау йыйылышында фекер алышҡандан һуң күпселек тауыш менән «Һөйәрғол ауылында урам яҡтыртыуҙы модернизациялау» проекты һайлана. Ул бөгөнгө көнгә ғәмәлгә ашырылды. Ауылдың дүрт урамындағы бағаналарында егерме дүрт энергия һаҡлаған диодлы заман яҡтыртҡыстары ҡуйылды.

Проектты реализациялауға 368 500 һум йүнәлтелә (шул иҫәптән, республика бюджетынан - 202 мең һум, ауыл ултырағы ҡаҙнаһынан - 55 500 һум, бағыусылар иғәнәһе - 55 500 һум, халыҡ иғәнәһе - 55 500 һум)».

Законға ярашлы

ойошторола

Учалылар йәнә бер проблемаға иғтибарҙы йүнәлтә: «Беҙҙе Белоретҡа беркет-теләр... Ҡан ебәреү станцияһы хәҙер унда, мәйетхана унда, бөтә һорауҙарҙы тик унда ғына хәл итеп була...»

Район хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге түбәндәгесә яуаплай: «Учалы Үҙәк ҡала дауаханаһы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡарары менән 2009 йылдан алып Белорет муниципалитет-ара медицина округына индерелде, унда шулай уҡ Белорет, Бөрйән, Әбйәлил райондары медицина ойошмалары инә. Ҡан ебәреү хеҙмәтен үҙгәртеп ҡороу федераль законын үтәп, 2007-2016 йылдарҙа башҡарыла. Әлеге мәлдә Башҡортостанда республика ҡан ебәреү станцияһы (Өфө-лә) һәм станцияның муниципалитет-ара медицина үҙәктәрендә урынлашҡан һигеҙ филиалы эшләй. Күп һандағы бәләкәй ҡеүәтле ҡан ебәреү станцияларын бөтөрмәйенсә, юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырып, хеҙмәтте модернизациялау бөтөнләй мөмкин булмаҫ ине.

Заман ҡан ебәреү ҡорамалдары көнөнә бер нисә йөҙ доза донор ҡанын эшкәртеү һәм тест тикшереүе башҡа-рыуға иҫәпләнгән, бәләкәй ҡеүәтле станцияларҙа бындай ҡорамалды эффектлы файҙаланыу мөмкинлеге юҡ.

Ҡан ебәреү хеҙмәтен үҙәкләштереү сиктәрендә 2014 йылдың ғинуарынан Учалы Үҙәк ҡала дауаханаһындағы бүлексә трансфузиология кабинеты итеп үҙгәртелде. Әлеге мәлдә Учалы Үҙәк ҡала дауаханаһы республика ҡан ебәреү станцияһының Белорет ҡалаһындағы филиалы тарафынан үҙ ваҡытында һәм тулы күләмдә сифатлы, инфекция йәһәтенән хәүефһеҙ ҡан компоненттары менән тәьмин ителә». Был хаҡта яҙырбыҙ әле.

Фәнисә ТАҺИРОВА.


Читайте нас: