Күп тапҡыр яҙҙыҡ инде - хәҙер ҡәҙимгесә ҡура эсендә генә һуйылған һуғымды үҙең ашау өсөн генә тоторға мөмкин. Закон шулай.
Кемгәлер һатаң йә бирәң икән, малдың махсус, ҡағиҙәләргә яуап биргән майҙансыҡ-цехта һуйылыуы мотлаҡ шартҡа әйләнде.
Учалы ҡалаһында мал һуйыу цехы асылыу тураһында яҙғайныҡ, ошо көндәрҙә Озерный ауылында ла мал һуйыу цехы асылды. Был яуаплы һәм бик тә кәрәкле эшкә тотонған «Озерный» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының рәйесе - Айҙар Ғиниәтуллин.
- Беренсе булып үҙебеҙҙең һуғым һуйылырға тейеш ине, әммә Зәйнәкәйҙән мал килтергәстәре, сиратты уларға бирергә кәрәк тип таптыҡ, беҙ урында бит, үҙебеҙҙекен эш итеп өлгөрөрбөҙ әле! - тип йылмайҙы беҙ һораша башлағас кооператив рәйесенең тормош иптәше Римма ханым.
Кооперативта ун туғыҙ ағза иҫәпләнә, пунктты йыһазландырыу өсөн үҙҙәре аҡсалата иғәнә йыялар, элекке ырҙын табағы биналарын үҙгәртеп ҡоралар. Бының менән генә сикләнмәйәсәк: ноябрь айында граждандар инициативаларына нигеҙләнгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫештереүгә тәғәйен конкурстың икенсе этабы һөҙөмтәләре мәғлүм булғайны. Районыбыҙҙан еңгән дүрт кооператив араһында «Озерный» ҙа бар. БР Ауыл хужалығы министрлығының Килем генерациялау проекттары программаһында ҡатнашып, субсидия рәүешендә 1,7 миллион һум килеүе лә көтөлә. Был аҡсаға өҫтәмә ҡорамалдар алынасаҡ - махсус бысҡы, үлсәү, тире һыҙырыу өсөн ҡоралдар һәм башҡа. Шулай уҡ халыҡтың заказдары буйынса малды барып алыу өсөн автотағылма ҡайтартырға ла ниәтләнәләр, тип белдек.
- Һәр кемдең, айырыуса оло йәштәге ауыл кешеләренең малдарын үҙҙәре килтерергә мөмкинлектәре юҡ бит, - тип самалайҙар кооперативта. Хеҙмәтләндереү хаҡы түбән ҡуйыласаҡ, тип тә ышандырҙылар.
Пункт бөтә санитар һәм ветеринар ҡағиҙәләрәгә яуап бирә, тип билдәләнде. Һыуытыу камералары, итте күтәреү һәм күсереү механизмдары хәстәрләнгән. Ике кеше эшләп, сменаһына һигеҙ баш һыйыр малын һуя аласаҡтар, ти.
Кооперативтың киләсәккә пландарында - ит эшкәртеү цехы асыу, халыҡтан мал тиреһе ҡабул итеү, күмәртәләп ит һатып алыу. Миндәк, Амангилде, Яңы Байрамғол, Наурыҙ, Уральск ауыл ултыраҡтарындағы кешеләргә тормош хәҙер бер аҙ еңелләшерҙер инде.
- Халыҡ мал менән йәшәй бит. Һуйҙырыу өсөн Учалы, Белорет ҡалаларына, хатта, Үрге Урал районына йөрөргә тура килә ине, хәҙер, шөкөр, үҙебеҙҙә генә хәл ителә, - тип шатлана Миндәк ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмәмәтова.
Һуйырға тереләй килтерелгән малға урындағы ветеринарҙан һәм ауыл Советынан белешмәләр булырға тейеш. Пунктта ветеринар экспертиза, итте тамғалау, «Меркурий» системаһында теркәү башҡарыласаҡ һәм сауҙа итергә рөхсәт иткән документтар биреләсәк.
Учалы районында тағы ла Ахун һәм Туңғатар ауыл ултыраҡтары биләмәләрендә мал һуйыу пункттарының яҡын арала асылыуы көтөлә.