Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған тәүге бала өсөн 300 мең һум түләү туҡтатыла. Республика программаһын оҙайтырға йыйынмайҙар. Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова һүҙҙәренсә, аҡса 2019 йылдың 1 июленә тиклем документ тапшырып өлгөргән граждандарҙың льготалы категорияларына ғына бирелә.