Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
28 Декабрь 2018, 12:14

Яңы йылға шәп бүләк алдылар

- Йортта ғаилә ағзаларының һәр береһенең айырым бүлмәһе булырға тейеш. Бигерәк тә малайҙарҙың һәм ҡыҙҙар-ҙың, - тип үҙ фекерҙәре менән бүлешә Яңы йыл алдынан шәп бүләк - торлаҡ сертификаты алыусы Айнур Танатов.

- Йортта ғаилә ағзаларының һәр береһенең айырым бүлмәһе булырға тейеш. Бигерәк тә малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың, - тип үҙ фекерҙәре менән бүлешә Яңы йыл алдынан шәп бүләк - торлаҡ сертификаты алыусы Айнур Танатов.

Ҡала-районыбыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға етди иғтибар бирелә. Айырыуса йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарт-тарын яҡшыртыу йәһәтенән мөһим саралар башҡарыла, дәүләт ярҙамы күрһәтелә.Яңы йыл байрамы алдынан өс һәм унан күберәк балалары булған йәш ғаи-ләләргә «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» айырым программаһына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр алыуға сертификаттар тапшырылды.

Тантаналы сара барышында район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев был шатлыҡҡа эйә булыусы ғаиләләрҙе ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткерергә ашыҡты:

- Районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә быйыл да социаль ярҙам күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ. Дәүләт ярҙамы менән тиҙ арала үҙ маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашыра алыуығыҙға ышанам. Был шатлыҡлы көнөгөҙ менән ҡотлайым! Йортоғоҙ ҡотло, ғаилә нигеҙегеҙ ныҡлы булһын! Матур һәм өлгөлө ғаилә булып, балаларығыҙҙы илебеҙ өсөн кәрәкле, ышаныслы шәхестәр итеп үҫтереүегеҙҙе теләйем, - тине ул һәм һәр ғаиләгә социаль түләү таныҡлыҡтарын тапшырҙы.

Ғаиләләр өсөн бөгөн айырыуса шатлыҡлы мәл. Был юлы районыыбыҙҙа йәшәүсе тағы 13 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты тигән һүҙ.

Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамы йәш ғаиләләргә йорт төҙөргә, башланған төҙөлөштө теүәлләп ҡуйырға, булған йортҡа төкәтмә төҙөргә, өй һатып алырға йәки торлаҡ кредиттарын ҡапларға ярҙам итәсәк. Социаль түләүҙең дөйөм күләмее 13 миллион һумдан ашыу. Ярайһы бит!

Район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге етәксеһе Алина Ағишева әйтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең барыһына ла бер үк суммала ярҙам күрһәтелмәй. Был уларҙың алған фатирҙарының майҙанына бәйле, ғаиләлә нисә бала булыуы ла иҫәпкә алына.

Мәҫәлән, Гөлдәр һәм Айнур Танатовтар сиратҡа 2010 йылда тора. Улдары Тимерхан тыуғас та теркәлгәндәр. Әле уларҙың ғаиләһе тағы ла тулыланған - дүрт йәшлек Таңсулпан һәм бер йәшлек Айһылыу үҫеп килә. Ғаилә башлығы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһында инженер булып эшләй, тормош иптәше тегеү фабрикаһында хеҙмәт итә. Торлаҡ сертификаты аҡсаһына улар, йорт һатып алырға уйлайҙар.

Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙҙәренә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар - күптән көтөп алынған бүләк. Уларҙың Яңы йыл алдынан бирелеүе бигерәк тә шатлыҡлы булды.

Хафизовтар ғиләһендә Радмир, Эльмир, Ислам исемле өс егет үҫеп килә. Ғаилә был тулҡынландырғыс минуттарҙы ун бер йыл көткән. Әле улар фатир яллап йәшәй. Рим Хафизов «Урал таштары» йәмғиәтендә - таш бысыусы, Илмира балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.

- Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Торлаҡ сертификаты ипотеканың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк, яйлап бурыстан ҡотолабыҙ, исмаһам, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәштәр. Ҡотло булһын!

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.


Читайте нас: