Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
29 Декабрь 2018, 15:14

Яңы йыл тик шатлыҡтар, ҡыуаныстар килтерһен!

Хөрмәтле учалылар!Яңы йыл уңайынан иң йылы һәм иң изге теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ!

Хөрмәтле учалылар!

Яңы йыл уңайынан иң йылы һәм иң изге теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ!

Яңы йыл - уҙған йылға йомғаҡ яһау һәм яңы ниәттәр өсөн иҫәп нөктәһе лә. Уҙған йыл яҡшы һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды. Беҙ бергәләп ҡуйған маҡсаттарға артылдыҡ, бәләкәй Ватаныбыҙ хаҡына тырышып хеҙмәт иттек.

Районыбыҙҙа сәнәғәт производствоһы үҫеше һаҡлана, районыбыҙҙың төньяҡ өлөшөндә газификацияның икенсе этабы старт алды. Агросәнәғәт һәм торлаҡ-коммуналь комплексы өлкәләрендә етди мәсьәләрҙе хәл итә алдыҡ. Урта һәм бәләкәй бизнес, ҡала һәм ауылдарыбыҙ үҫеше тәңгәлендә лә ярайһы ҙур уңыштарға өлгәштек.

Сағыу һәм мөһим йыл ваҡиғалары исемлегендә - Учалы ҡалаһының юбилейы һәм Ғаилә йылына арналған күркәм саралар. Бынан тыш, мәғариф, спорт, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләрендә шатланырлыҡ мәлдәр аҙ булманы. Был ҡаҙаныштарға беҙ тап һеҙҙең, учалыларҙың, тырыш хеҙмәте аша ғына ирешә алдыҡ.

Яҡынлашып килгән 2019 йылда беҙ был ирешкән уңыштарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә республика етәкселеге, илебеҙ Президенты күрһәткән курсты дауам итеп, һәр кешенең йәшәү сифатын күтәрергә, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм именлек һаҡларға тейешбеҙ. Әлбиттә, маҡсаттарға бөтәбеҙ ҙә бар кө-сөбөҙҙө һалып, килеп тыуған проблемаларҙы күмәкләшеп хәл иткән саҡта ғына ирешергә була.

Яңы йылға яуаплы эштәр планлаштырылған. Шулай ҙа маҡсат бер - учалыларҙың йәшәү сифаты яҡшы булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ һәм тырышасаҡбыҙ.

Хөрмәтле яҡташтар! Район үҫешенә индергән тос өлөшөгөҙ өсөн ихлас уүңелдән рәхмәт белдерәм. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ҡәҙерле ветерандарға, йәш быуын вәкилдәренә, барлыҡ хеҙмәт коллективтарына юллайым. Бәләкәй учалыларға, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә, үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөргәндәре өсөн рәхмәт. Яңы йыл һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙ өсөн уңышлы булһын тип теләйем. Һәр йортҡа Яңы йыл муллыҡ, именлек һәм мәрхәмәтлек алып килһен. Ә уртаҡ йортобоҙ - Учалы районы артабан да үҫеүен дауам итһен.

Яңы йыл менән, ҡәҙерле учалылар! Яңы уңыштар, яңы ҡыуаныс-шатлыҡтар теләйем һеҙгә!

Фәрит ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ,

Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: