Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
4 Ғинуар 2019, 17:49

Йылдың тәүге ҡошсоҡтары

Республикала быйыл 33 ҡыҙ һәм 20 малай донъяға килгән. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа демография күрһәткестәренең насарая барыуы күҙәтелә.

Республикала быйыл 33 ҡыҙ һәм 20 малай донъяға килгән. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа демография күрһәткестәренең насарая барыуы күҙәтелә. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, сабыйҙар араһында үлемгә бәйле хәл дә хафаға һала. Шуға ла заманса поликлиникалар, бала табыу йорттарында уңайлы палаталар булдырыу көнүҙәк мәсьәлә һанала.

Быйыл беренсе булып Учалы районында Эмиль Йәноҙаҡов донъяға килде. 1 ғинуар көнө 21.33 сәғәттә тыуҙы, буйы 52 см, ауырлығы 3,6 кг. Учалы ауылында йәшәүсе ғаиләлә өсөнсө бала ул. Бәхетле, оҙон ғүмерле, ата-әсәле булһын балаҡайҙар!

Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас: