Мәҫәлән, өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) арта. Ошо сәбәпле яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары, ҡайһы бер хеҙмәттәр ҡиммәтләнә тигән һүҙ. Бынан тыш, 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәр өсөн тариф та артасаҡ. Халыҡты иң хафаға һалған пенсияға сығыу йәше лә быйылдан арта башлай. Шул уҡ ваҡытта пенсия ла күбәйәсәк, тип вәғәҙәләйҙәр былай. 1 ғинуарҙан эшләмәгән хаҡлы ялдағыларға түләүҙең страховка өлөшө 7 процентҡа арттырыла, тип хәбәр итәләр.