Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
9 Ғинуар 2019, 11:24

Миллион һумлыҡ сертификат

Үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге «ФАП-тарға ярҙам ит!» акцияһы менән райондың барлыҡ фельдшер-акушер пункттарын йөрөп сыҡты һәм учреждениеларҙың матди хәле, эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, борсоған проблемаларҙы хәл итте.

Үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселеге «ФАП-тарға ярҙам ит!» акцияһы менән райондың барлыҡ фельдшер-акушер пункттарын йөрөп сыҡты һәм учреждениеларҙың матди хәле, эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, борсоған проблемаларҙы хәл итте.

Модулле ФАП-тар

асырға ниәтләйҙәр

Киләһе йылда районыбыҙҙа модулле ФАП-тар асыу күҙаллана. Ауылдарҙа оло йәштәгеләрҙең, йәш ғаиләләрҙең, бигерәк тә балалар һанының артыуын иҫәпкә алып, фельдшер-акушер пункттарының хәлен яҡшыртыу буйынса эш дауам ителәсәк. Халыҡ өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙа шарт.

Акцияны йомғаҡлап, райондың барлыҡ фельдшер-акушер пункттары мөдирҙәре менән осрашыу уҙҙы. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов фельдшерҙарға Почет грамоталары тапшырҙы.

Тантанала шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин һәм Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко ла ҡатнашты.

Комбинат аҡса

бүлгән уларға

Тау-байыҡтырыу комбинаты үҙәк ҡала дауаханаһына теш дауалау өсөн биш кресло һәм махсус ҡорамалдар алыр өсөн аҡса бүлгән. Тантанала комбинаттың генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин 3 миллион 200 һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

- Тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам ҡулы һуҙыу беренсе урында тора. Дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен, артабан да шулай эшләргә яҙһын, - тине Зәкәриә Ғибәҙуллин үҙенең йөкмәткеле сығышында.

Райондың 52 ФАП-ы фельдшерҙарына кәнсә тауарҙары, тәү ярҙам күрһәтеү өсөн приборҙар - тонометрҙар, пульсоксиметрҙар һалынған пакеттар тапшырҙы.

Учалы тегеү фабрикаһы ла бүләкһеҙ килмәгәйне. Фабрика фельдшер-акушер пунктында эшләүселәр өсөн дауахана эмблемаһы менән халаттар тегеп килтергән. 20 мең һумлыҡ сертификат та тапшырҙы Фәйрүзә Ғәйдәни ҡыҙы осрашыу барышында.

- Был сертификатҡа компьютер һатып алып, район ФАП-ының береһенә бирербеҙ, - тине Рөстәм Латипов.- Теш дауалау бүлеген яңы ҡоролмалар менән тәьмин итеү беҙҙең өсөн ҙур бүләк, беҙ хәҙер пациенттарыбыҙҙы заманса технологиялар менән дауалай аласаҡбыҙ. Поликлиникала әлегә ремонт эштәре бара, был бурыстар тамамланғас та, февралдә яңы ҡоролманы сафҡа индерербеҙ, - тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Валерьян улы Латипов ихлас күңелдән.

Кеше ғүмерен

оҙайтыу өсөн

Үҙәк ҡала дауаханаһына шулай уҡ үпкәләргә яһалма тын ебәрә торған ике ҡоролма, балалар поликлиникаһы-на күсермәле ультратауыш аппараты килтерелгән.

Тағы ла бер ультратауыш ярҙамында тикшереү аппа-раты ҡала поликлиникаһына ҡуйыласаҡ. Быйыл биш «Соболь» һәм «ГАЗель» автомобилдәренең килеүе көтөлә. Етәкселек дауахананы сирҙе билдәләү буйынса заманса ҡоролмалар алып, ҡала һәм район халҡына квалификациялы ярҙам күрһәтергә ынтыла. Төп иғтибар кеше ғүмерен оҙайтыу, үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелә. Был - бик дөрөҫ.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.
Читайте нас: