Башҡортостанда ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тариф асыҡланды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллин әйтеүенсә, ҡалала йәшәүселәрҙән айына яҡынса 70 һум, ә ауылдағыларҙан 35 һум алынасаҡ. Айырым категория граждандар өсөн компенсация ҡаралған. Бының өсөн бюджеттан 7 миллиард һум бүленә, тип белдерҙеләр.