Март аҙағына медицина белгестәрен йәлеп итеү эше һөҙөмтәләре буйынса докладтар әҙерләнә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошондай күрһәтмә бирҙе. Республика һаулыҡ һаҡлау системаһында байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланды. Кадрҙарға ҡытлыҡ - төп проблемаларҙың береһе.