Йыл башынан алып Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәрҙә алты меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән.
Был хаҡта республика Башлығы хакимиәтенең эшсе төркөмө хәбәр итә. Төбәк халҡын бигерәк тә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина, юлдар һәм социаль тәьминәт мәсьәләләре борсой. Проблема тиҙерәк хәл ителһен өсөн граждандар яҙмаларын фото һәм видеоматери-алдар менән дә тулыландыра.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, уға 60 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, ти эшсе төркөм. Ҡала-район етәкселәре бер аҙна эсендә мөрәжәғәт итеүсегә яуап ҡайтарырға тейеш. Хәл сиселгәс, компьютер уны контролдән ала.