Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
18 Ғинуар 2019, 10:28

Ярҙам сифатлы булһын

Республика етәксеһе Радий Хәбиров "Сәләмәтлек сәғәте" рәүешендәге кәңәшмәлә Сибайҙағы экологик хәлде айырым телгә алды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров "Сәләмәтлек сәғәте" рәүешендәге кәңәшмәлә Сибайҙағы экологик хәлде айырым телгә алды. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ҡала халҡы бер айҙан артыҡ һауа бысраныуға бәйле уңайһыҙ шарттарҙа йәшәй, табиптар яғынан тейешле иғтибар булырға тейеш. Сибайға Өфөнән тар профилле 15 медицина белгесе барған. 353 кешене ҡабул итеп өлгөргәндәр ҙә инде, тип хәбәр ителә. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева белдереүенсә, Сибай халҡына һауалағы зарарлы матдәләр арҡаһында ағыуланыу хәүефе янамай, әммә кешеләр уңайһыҙлыҡтар кисерә.Радий Хәбиров өлкәндәр һәм балалар сәләмәтлегенә айырыуса иғтибар кәрәклеге тураһында белдерҙе, Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға иң яҡшы табиптарҙан төркөм ойоштороп Сибайға ебәрергә ҡушты. Улар алдағы дүшәмбенән халыҡты ҡабул итә башлаясаҡ. Сибайҙа ташландыҡ карьерҙа химик реакция арҡаһында һауа бысранған, тип хәбәр ителә.

Фирүзә ҠАҺИРОВА.
Читайте нас: