Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
11 Февраль 2019, 10:32

Ҡороған ағас йыйыуға рөхсәт

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә, янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә булған осорҙа урманға барыу тыйылған осраҡтарҙан тыш, ерҙә ятҡан ҡоро ағастарҙы һәм ботаҡтарҙы хәҙер йыл дауамында һис бер ҡаршылыҡһыҙ һәм бушлай йыйырға мөмкин.

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә, янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә булған осорҙа урманға барыу тыйылған осраҡтарҙан тыш, ерҙә ятҡан ҡоро ағастарҙы һәм ботаҡтарҙы хәҙер йыл дауамында һис бер ҡаршылыҡһыҙ һәм бушлай йыйырға мөмкин. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» законға үҙгәрештәр индерҙе.

"Закон күптән өлгөрөп еткән мәсьәләне хәл итә. Ун йыл элек илдә Урман кодексын ҡабул иткән саҡта ерҙә ятҡан ҡоро ағасты ирекле йыйыу мөмкинлеге федераль закон сығарыусылар иғтибарынан ситтә ҡалды. Һөҙөмтәлә ҡоро ботаҡтар һәм түңгәктәр әҙерләү ағас әҙерләүгә тиңләштерелде, был иһә махсус рөхсәт ҡағыҙын алыуҙы һәм түләүҙе талап итте. Шул рәүешле ауыл халҡының мәнфәғәте ҡыҫырыҡланды, — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. - Кешеләр быуаттар буйына ергә ҡолаған ағасты утынға алған, был урманға бер ниндәй ҙә зыян килтермәгән. Төбәк парламенттары һәм киң йәмәғәтселек килеп тыуған мәсьәләне бер нисә тапҡыр күтәрҙе. Һөҙөмтәлә быйыл ғинуарҙан ҡороған ағастар ағас булмаған ресурстарға ҡараған федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде, ләкин уны йыйыу тәртибен билдәләүҙе төбәктәргә хәл итергә ҡалдырҙылар».Ҡайһы бер төбәктәр ошо тәртипте билдәләгәндә сикләүҙәр индерҙе, тине Константин Толкачев. Мәҫәлән, ҡайҙалыр ботаҡтарҙы һәм түңгәктәрҙе ҡул менән генә, балта-бысҡыһыҙ йыйырға рөхсәт ителә, икенсе төбәктәрҙә властар граждандарға урманға ерҙә ятҡан ҡоро ағасҡа барырға йыйыныуҙары тураһында алдан хәбәр итергә ҡуша йәки йыйыу рөхсәт ителгән урындарҙың исемлеген билдәләй. Урмандан алып сығырға рөхсәт ителгән ҡоро-һарының сикке күләмен билдәләү осраҡтары ла бар.

«Бындай сикләүҙәр булырға тейеш түгел, — тине Константин Толкачев. - Улар федераль ҡануниәткә ҡара яға һәм ауыл халҡының мәнфәғәтен ҡыҫырыҡлай. Башҡортостан парламенты бер тауыштан ерҙә ятҡан ҡоро ағасты йыйыу республикала ҡаршылыҡһыҙ һәм йыл дауамында барырға тейешлеге тураһында ҡарар ҡабул итте. Был ауылда йәшәүселәрҙе утын менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеп кенә ҡалмай, урмандарҙа санитар һәм янғынға ҡаршы хәлде лә яҡшырта. Берҙән-бер шарт - граждандар һау ағастарҙы йыҡмаҫҡа, ә тап ерҙә ятҡан ҡоро ағастарҙы, ботаҡтарҙы йыйырға тейеш».

Лилиә ЗАКИРОВА.
Читайте нас: