Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
11 Февраль 2019, 10:40

Проекттар тормошҡа ашырмы?

Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республиканың 100 йыллығы уңайынан төбәктең инвестиция проекттары күрһәтелде.

Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республиканың 100 йыллығы уңайынан төбәктең инвестиция проекттары күрһәтелде.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палаталары үткәргән сессияла илебеҙҙән, Төркиәнән, Бөйөк Британиянан, Чехиянан һ.б. дәүләттәрҙән илленән ашыу инвестор ҡатнашты. Уларҙың һәм эксперттарҙың иғтибарына төрлө тармаҡҡа бәйле алты проект тәҡдим ителде: Учалыла “Әүешкүл” һауыҡтырыу-туристик үҙәге төҙөү; ябай целлюлоза эфирҙары етештереү (“Экойл” йәмғиәте); Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостан аграрийҙары йорто булдырыу; Салауатта “Алмас-молл” мәҙәни-эш үҙәге асыу; бойҙайҙы тәрән эшкәртеү буйынса завод һәм төбәк-ара күп йүнәлешле медицина үҙәге төҙөү.

Үҙ хәбәрсе.
Читайте нас: