Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
14 Февраль 2019, 10:44

Ҡала биләмәләрен үҫтереү стандарты

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Ҡазанда Дәүләт советы президиумының Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үткәргән киңәйтелгән ултырышында ҡатнашҡан.

Осрашыуҙа төбәк башҡарма власть органдарының халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эше тикшерелә.
«Әле тармаҡ етди үҙгәрештәр кисерә, тәрән реформалау этабын үтә. 1 июлдән торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы схемаһы эшләй башлаясаҡ. Ул граждандар өсөн хәүефһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ булырға, кешеләрҙе торлаҡ һатып алғанда артыҡ хәүефтәрҙән яҡларға тейеш, шулай уҡ баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тотороҡло, профессиональ, цивилизациялы төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, - тине Владимир Путин. - Торлаҡ төҙөлөшөнөң норматив базаһы үҙгәрә. Регуляторика, ҡала төҙөлөшө нормалары һәм ҡағиҙәләре төҙөүселәр өсөн уңайлы һәм асыҡ булыуҙан тыш, һөҙөмтәле эшләргә, тәү сиратта халыҡтың уңайлы йәшәү, ҡала мөхите сифаты талаптарына тап килергә тейеш. Шул иҫәптән, беҙ ҡала биләмәләрен үҫтереү стандартын индерәбеҙ. Әлбиттә, беҙгә төҙөлөш секторында юғарыраҡ динамика, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләменең артыуы кәрәк».
Айзилә АЗАМАТОВА.
Читайте нас: