Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Февраль 2019, 10:41

Фермерҙарға - гранттар

Башҡортостан фермерҙары 1 миллиард 100 миллион һумлыҡ грантҡа иҫәп тота ала. Республикала 4 программа буйынса финанслау ҡаралған.

Башҡортостан фермерҙары 1 миллиард 100 миллион һумлыҡ грантҡа иҫәп тота ала. Республикала 4 программа буйынса финанслау ҡаралған. Аҡсаның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Был турала хөкүмәттә вице-премьер-ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов белдерҙе.

- "Яңы эш башлаусы фермер", "Ғаилә малсылыҡ фермаһы", "Кооперативтар" һәм республиканың "Килемле предприятие" программалары буйынса 2019 йылға грант ярҙамы күрһәтеләсәк. Федераль бюджеттан 740 млн һум аҡса күсәсәк, бының өсөн документтар әҙерләргә кәрәк, - тип белдерҙе ул.

Кәңәшмә барышында муниципалитеттарҙа ауыл хужалығы өсөн яуаплы бүлектәрҙе бер төрлө итеү мәсьәләһе лә күтерәлде. Ҡайһы бер райондарҙа ауыл хужалығы идаралыҡтары бөтөнләй бөтөрөлгән, башҡаларында мәғлүмәт-консультация үҙәктәре булдырылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был өлкәлә тәртип кәрәк, тигән талап ҡуйҙы.

Айзилә АЗАМАТОВА.
Читайте нас: