Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
19 Февраль 2019, 12:57

Хәбировҡа тиклем етәләр улар

«Инцидент» системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтар тураһында яҙыуҙы дауам итәбеҙ.

«Инцидент» системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтар тураһында яҙыуҙы дауам итәбеҙ.

Яҡтыртыла

башланы

«Бәйләнештә» селтәре аша Радий Хәбировҡа Елена Капитонова ла яҙа, Иманғол ауылының Ураҙ урамында ҡыш башланғандан алып бер тапҡыр ҙа юл таҙартылмауы тураһында хәбәр итә, шулай уҡ, бағаналар торһа ла, урам яҡтыртылмауға бәлә һала.

«Ураҙ урамы яңы микрора-йонда урынлашҡан, унда актив рәүештә шәхси торлаҡ йорттар, тәьминәт системалары төҙөлә. Ысынлап та, был урамды яҡтыртыу әлегә юҡ. Ләкин тиҙерәк булдырыу өсөн барыһы ла эшләнә.

Бөтә процедураларҙың (техник шарттарҙы раҫлау, яңы микрорайондың электр тәьминәте проектын әҙерләү, подряд ойошмаһын һайлау буйынса аукцион уҙғарыу, төҙөлөш эштәре) оҙайлығын иҫәпкә алғанда, ошо йылдың йылы миҙгелендә урам яҡтыртыу системаһы урынлаштырыласаҡ.

Ихтыяжға ҡарап, муниципаль контракт буйынса юл ҡарҙан таҙартыла. Әлеге ваҡытта урам таҙартылған, был хаҡта фото ҡушып һалына», - тип, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ҡултамға ҡуйған яуап бирелә.

Ҡотҡарығыҙ,

туңабыҙ!

Марина Лоскутова БР Башлығының «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә яҙа: «Учалы ҡалаһында яңы социаль йортта ҡулаҡсаға фатир һатып алдыҡ. Һыуыҡтар еткәс, тәҙрәләр боҙлана башланы. Йылытыу системаһы менән проблема, иҙәндәр ныҡ һалҡын (аҫтыбыҙҙа йылытылмаған подвал), ишек исем өсөн генә - ел өрә. Беҙ туңабыҙ! Газ ҡаҙанлығы тулы ҡеүәтенә ҡуйыла, башҡаса арттырып булмай. «БР торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды» ойошмаһына ялыу яҙҙыҡ, заказлы хат менән ебәрҙек, фотоһын ҡушып һалабыҙ. Өфөнән бер кем дә килмәне. Төрлө сәбәптәргә һылтанып, килеү ваҡытын ҡат-ҡат күсерәләр. Кисәнге подрядсыларҙың урындағы комиссияһы килде, шым ғына тыңланылар ҙа, ҡайтып киттеләр, һуңынан йылылыҡ буйынса белгес килде, ул, беҙҙә барыһы ла ғәҙәти, батаре-ялар ваҡыты-ваҡыты менән үҙҙәре һүнеп алырға тейеш, тип белдерҙе. Мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ, беҙҙең ғаи-ләлә бәләкәй бала бар. Яңы фатирыбыҙ һис тә шатландырмай, көйөнөстәр генә килтерә».

Мөрәжәғәткә оператив рәүештә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгә-рәев яуап бирә: «Район хакимиәте һәм идара итеүсе компания белгестәре һеҙгә барасаҡ. Үҙегеҙ өсөн уңайлы ваҡыт тураһында хәбәр итегеҙ». Һәм проблема тиҙ арала хәл ителә башлай, был хаҡта ялыу биреүсе хәбәр итте: «Учалы хакимиәте һәм БР торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды тарафынан саралар күрелде. Йылытыу проблемаһы һәм өлөшләтә тәҙрә проблемаһы хәл ителде. Фатирыбыҙ йылынды. Ярҙам һорауыбыҙҙы ишетеп, булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ!»

Юл ныҡ

насар

«Бәйләнештә» селтәре аша Руслан Русланович (үҙен шулай тип атай) Радий Хәбировтың иғтибарын «Учалы-Силәбе» трассаһының торошона йүнәлтә: «Кәрим ауылына тиклем тулҡындарҙа бәүелгән һымаҡ һелкенеп бараһың. Мөмкинлегем булһа, тикшереү талап итер инем, әммә мин бәләкәй кеше шул, бындай вәкәләттәрем юҡ».

Тулы яуапты район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Артур Суфиянов бирҙе: «Белорет-Учалы-Ме-йәс» автомобиль юлы «БР юл хужалығы идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы ҡарамағында, Учалы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәтләндерә. Ысынлап та, күп юл участкалары ҡәнәғәт-ләнерлек булмаған хәлдә, ГОСТ талаптарына тура килтереүҙе талап итәләр.

Учалы районы биләмәләре буйынса был юлдың 147,4 километры үтә. Район хакимиәте юлды ремонтлауға аҡса йәлеп итеү буйынса бөтә талап ителгән сараларҙы башҡара. 2011-2018 йылдарҙа 43,44 километр ремонтланды. Былтыр 76,0-81,0 км; 70-73 км; 81,0-84,0 км участкаларында башланған ремонт, барлығы 9,7 километр, 2019 йылда тамамланасаҡ.

Юл ремонт-төҙөлөш ида-ралығы начальнигы Морат Илһамовтың белдереүенсә, 2019 йылда Мейәс ҡалаһы йүнәлешендәге 126-136 км. участкаһында ун километр араны рәткә килтереү планлаштырылған. Район хакимиәте Юл хужалығы идаралы-ғы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә күрһәтелгән юлды ГОСТ талаптарына тура килтереү буйынса эште дауам итәсәк».

Фәнисә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: