Үҙәк матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡайһы бер министрҙарға һәм башлыҡтарға Радий Хәбировтан эләккән икән. Ошо хаҡта тулыраҡ.
Республика башлығы үҙенең исеменә халыҡтан ҡар таҙартыуға бәйле бик күп ялыуҙар килеүен билдәләй. Ҡала «ҡар ҡамауында булмаһа ла», ялыуҙар һанын кәметеү өсөн эште көсәйтергә кәрәк.
«Һеҙ эшләгеҙ генә: ҡар яуа, техника бар, эштәрҙе ойоштороғоҙ. Кәрәк икән, төндә лә эшләгеҙ», - ти ул.
Ул шулай уҡ Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Киреевҡа һәм муниципалитет башлыҡтарына яҙ көнө беҙҙә «бысраҡ ҡалалар» булмаһын өсөн алдан хәстәрлек күрергә ҡушты. Бының өсөн әле үк саң һурҙырғыстар һәм йыуыу машиналары һатып алырға кәрәк.
Поликлиникаларҙағы ремонт тураһында
Хәбиров хөкүмәттең социаль блогын һәм төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын поликлиникаларҙа ремонт эштәрен һуҙыуҙары өсөн тәнҡитләне.
«Поликлиникаға ингәс тә аҫылыныу теләге тыумаһын, ә киреһенсә - һәйбәт ҡаршы алһындар, яҡты, йыйнаҡ һәм матур булһын, был ҡиммәт түгел, былтыр йыл аҙағында уҡ ошо хаҡта әйткәйнем инде», - ти Башҡортостан етәксеһе.
Ул йәнә бер тапҡыр балалар һәм өлкәндәр поликлиникаларының тышҡы биҙәлеше һәм маршрутизацияһы проектының йыл аҙағына тиклем бойомға ашырылырға тейешлеген хәтергә төшөрҙө.
Маршрутизация – пациенттарға йөрөү уңайлы булһын өсөн төҫлө һыҙаттар һәм уҡтар менән билдәләү. Терминалдар ҡуйыу, улар аша табипҡа яҙылырға йәки белешмә алырға мөмкин.
Подъездарҙы төҙөкләндереү хаҡында
Радий Хабиров «чиновниктарҙы подъездарға ебәрҙе» һәм подъездарҙа ремонт эштәренең төрҙәре буйынса фекер алышыуҙар ваҡытын 1 мартҡа тиклем оҙайтты.
Һүҙ йыйылыштар хаҡында бара, уларҙа нимәне төҙөкләндерергә кәрәклеген, эштәрҙе контролдә тотоу һәм ҡабул итеү өсөн яуаплы кешене билдәләргә тейештәр ине. Был бөтә ерҙә лә башҡарылмаған. Бынан тыш, ремонтлау өсөн подъездар исемлегенә тәү сиратта эләгергә тейешле подъездар инмәгән. Республика башлығы ҡала башлыҡтарының үҙҙәренә подъездарҙы ҡарап сығырға тәҡдим итте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Зиннәтуллинға «эште тейешенсә ойоштормаған өсөн» шелтә бирҙе.
Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтың артыуы тураһында
Башлыҡ төбәктә сүп-сар сығарыу өсөн билдәләнгән хаҡты арттырыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе (иҫкәрмә: ауыл ерендә бер кешегә - 35 һумдан һәм ҡалала 70 һумдан артмаҫҡа тейеш)
- 70 тип әйткәс, тимәк, 70! Ә төбәк операторҙарының эш сифатын баһаларбыҙ әле. Әлегә уларҙан ҙур инвестиция һалыуҙы күрмәйем. Улар аҡса һалып, сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса 20 завод төҙөһәләр, аңлайым, ул саҡта килһендәр, һөйләшербеҙ. Әлегә миңә уларға нисек ауыр икәнен әйтмәгеҙ, - тине ул.
Сибай һәм мэрҙың һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенеү хаҡында
Радий Хәбиров Сибай мэрының эшен ыңғай баһаланы, ул үҙенең ғаиләһе менән ҡалала һәм карьер менән бәйле мәсьәләне хәл итеү өсөн барыһын да эшләй. Ләкин ул Афзаловтың активисҡа насар һүҙҙәр әйтеүен хупламауын белдерҙе.
- Һеҙ ҙур хата яһанығыҙ. Кешене кәмһетергә ярамай. Әгәр ҙә дәүләт хеҙмәтендәһегеҙ икән, бер ҡасан да, кешенең уға хас булған сифаттарына ҡарамайынса, кешене кәмһетергә ярамай. Мин һеҙҙең урынға тейешле кешеләрҙән ғәфү үтенәм һәм шуның менән был хәлгә нөктә ҡуйылды тип иҫәпләйем, - тине Хәбиров.