Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров "Төҙөлөш сәғәте" рәүешендә кәңәшмә уҙғарҙы.
Уның әйтеүенсә, 1 июлдән илдә төҙөлөштө финанслау буйынса яңы программа ғәмәлгә инә. Башҡортостанда ҡайһы бер ойошмалар айырым критерийҙар буйынса уға ҡушыла алмауы мөмкин. Шуға әленән үк төҙөүселәр менән осрашып саралар күрергә кәрәк.
- Торлаҡ төҙөлөргә тейеш, маҡсаттарҙы бер кем дә ғәмәлдән сығарманы. Төҙөүселәр менән диалог башлағыҙ, - тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе финанс ойошмалар эшенә лә иғтибар итергә ҡушты.