Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
22 Февраль 2019, 10:35

Ифрат мөһим бурыстар ҡуйылды

20 февраль көнө РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Сараға Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, хөкүмәт ағзалары, федерация субъекттары етәкселеге, абруйлы шәхестәр саҡырыла.

20 февраль көнө РФ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Сараға Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, хөкүмәт ағзалары, федерация субъекттары етәкселеге, абруйлы шәхестәр саҡырыла.

Тормош яҡшыртырға

«Аныҡ милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ ҡылырға тейеш - Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә төп фекер шул булды», - тип белдерә Федерация Советының комитет рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.

«Еткерелгән тәҡдимдәрҙең күбеһе ғаиләләргә, айырыуса һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгәндәргә, хаҡлы ялдағыларға ярҙам итеү, тыуымды яҡшыртыу бурыстарына, Әсәлек капиталы мәсьәләһенә ҡағылды, - тине сенатор.

- Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау темаһына бәйле ифрат мөһим бурыстар ҡуйылды. Бөгөн беҙ яман шеш сирҙәрен иртә диагностикалау мәсьәләһе буйынса һиҙелерлек алға киттек. Хәҙер паллиатив ярҙамды көсәйтеү тураһында ла һүҙ бара. Был бурыс өсөн дә тейешле финанс бүленәсәк.

Шуны ла әйтергә кәрәк: Мөрәжәғәтнамәлә Президент чиновниктарҙың һөнәри һәм әхлаҡи компетентлыҡ кимәле мәсьәләһен дә билдәләне.

Оборона-сәнәғәт комплексы темаһына фекер алышыу бик фәһемле булды. Рәсәй агрессор ил түгел, беҙ бер ваҡытта ла ниндәйҙер конфронтацияға беренсе булып юл асмайбыҙ»,- тип әйтелә.

Балалар хәстәрләнә

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр планкаһын ике йәшәү минимумына тиклем күтәрергә тәҡдим итте. Бынан тыш, ул беренсе һәм икенсе балаға пособиеларҙы йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр алырға тейешлеген билдәләне.

Дәүләт башлығы үҙенең Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе. Владимир Путин шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыуҙары хаҡында әйтте. Президент Үҙәк банкка ипотека ставкаһын 9% тиклем, ә һуңынан 8 процент ҡәҙәр кәметеү буйынса сараларҙы тәьмин итергә ҡушты.

«Әле күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса льгота бар, улар 6% түләй, ҡалғанын дәүләт субсидиялай. Ләкин был сара менән дә һирәк файҙаланалар, сөнки льгота 3 йәки 5 йыл ғәмәлдә.

Льгота ипотека кредитлауы осоронда ғәмәлдә ҡалһын тигән тәҡдим индерәм, - тине Путин. - Илдәге макро-иҡтисади хәлдең тотороҡлоғон иҫәпкә алып, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын индереү мөмкин тип иҫәпләйем. Атап әйткәндә, ошондай ғаиләләр өсөн 450 мең һум ипотека бурысын ҡаплау».

Ауыл уҡытыусыһы

Владимир Путин ағымдағы йыл бюджетында уҡ ошо сараларҙы яңынан иҫәпләргә һәм күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. 2021 йылдың аҙағынаса яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу зарур. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тип билдәләне дәүләт башлығы.

РФ Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдан илдә «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Уға ярашлы, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләнәсәк.

Дәүләт башлығы белдереүенсә, мәғариф системаһының йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш.

«2006 йылда белем усаҡтарын интернетҡа тоташтыра башлағанда, был ҙур алға китеш тип ҡабул ителгәйне, - тине Владимир Путин. Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлекле булырға тейеш - секундына 100 мегабит. Был балаларға мәғлүмәткә ишек асасаҡ, яңы мөмкинлектәр бирәсәк».

Ипотека каникулдары

Владимир Путин ваҡытлыса килемһеҙ ҡалып, түләүҙе дауам итә алмаған граждандар өсөн ипотека каникул-дары индерергә тәҡдим итте.

«Бөгөн күп кешеләр, ғаиләләр төрлө маҡсатта кредит ала. Әлбиттә, был осраҡта үҙеңдең яуаплылығыңды аңларға, көсөңдө самаларға кәрәк - барыһы ла билдәле.

Шулай ҙа тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал: эш урыныңды юғалтыу ҙа, ауыр сир ҙә. Бындай осраҡта бурыслыны албырғатыу - кешелекһеҙлектең һуңғы сиге. Бындай граждандарҙы яҡлау өсөн өҫтәмә ҡануни гарантиялар кәрәк», - тине Президент.

Владимир Владимировичтың һүҙҙәренсә, был бурыслыларҙың торлағын һаҡлап алып ҡалыу, ә кредит буйынса түләүҙе аҙаҡҡараҡ күсереү мөмкинлеген бирәсәк.

«Мәсьәлә ябай түгел. Эште шундай итеп ойошторорға кәрәк: кешегә лә ярҙам булһын, финанс ойошмаларға ла зыян килмәһен», - тип белдерҙе ил етәксеһе.

Владимир Путин шулай уҡ Үҙәк банкка һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына микрокредит биреү баҙарында тиҙ арала тәртип булдырыу, кешеләрҙе алдыҡтан, мутлыҡтан аралау бурысын ҡуйҙы.

Илшат ӘҒЛӘМОВ.


Читайте нас: