Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
22 Февраль 2019, 10:46

Ыңғай баһа бирелде

Егерменсе февраль көнө район Советының 30-сы ултырышы үтте. 2018 йылда Совет һәм район хакимиәте эшмәкәрлеге йомғаҡланды.

Егерменсе февраль көнө район Советының 30-сы ултырышы үтте. 2018 йылда Совет һәм район хакимиәте эшмәкәрлеге йомғаҡланды.

Беренсе булып район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов доклад яһаны. 2018 йылда 12 ултырыш үткәрелә, 174 ҡарар ҡабул ителә. Бөтә депутаттар алдына тауыш биреүгә ҡуйыр алдынан төбәк тормошона ҡағылышлы һорау-проблемалар 14 тапҡыр - президиум, 24 тапҡыр - даими комиссияларҙың ултырыштарында ҡарала. Бер йыл эсендә төрлө мәсьәләләр буйынса биш халыҡ алдында асыҡ фекер алышыу сараһы (публичные слушания) ойошторола. Депутаттар йөҙҙән ашыу гражданды шәхси һорауҙар буйынса ҡабул иткән, 36 тапҡыр урындарға сығып һайлаусыларҙы ҡабул иткәндәр, төрлө яҡлап матди ярҙам да күрһәткәндәр. Коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте теүәл үтәп, депутаттарҙың килемдәре тураһында белешмәләр тейешле инстанцияларға бирелде.

Һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эш итеү тәңгәлендә Хөснөтдин Фәхретдин улы айырыуса депутат Фәйрүзә Степаненко, Василий Копытов, Морат Илһамов, Амур Зәйнуллин, Айбулат Байғарин, Мозафар Ҡадиров, Тимур Фазылов, Ирек Ғиззәтуллиндарҙы билдәләне. Үкенескә ҡаршы, Ирек Сибәғәт улы былтыр көҙ ваҡытынан алда вәкәләттәрҙән бушатыуҙы һораны. 17-се һайлау округында быйыл өҫтәмә һайлау үткәрергә тура киләсәк.

Уңайы менән файҙаланып, Совет рәйесе бөтә ирҙәрҙе яҡынлашып килгән 23 февраль, ҡатын-ҡыҙҙарҙы - 8 Март байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотланы.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың докладында төбәгебеҙҙең былтырғы йылдағы тормошона һәр яҡлап анализ яһалды, 2019 йылға бурыстар билдәләнде. Телмәрҙә күтәрелгән факт-күрһәткестәр район кешеләре өсөн әһәмиәтле икәнлекте иҫтә тотоп, был сығышты ҡыҫҡартылған рәүештә булһа ла, гәзиттең киләһе һандарында тулыраҡ итеп бирербеҙ.

Ә әлегә шуны билдәләйек - район Советы һәм хакимиәте эшмәкәрлектәре депутаттар һәм ултырышҡа саҡырылғандар тарафынан ыңғай баһаланды бер тауыштан.

Республика властарын вәкилләп килгән БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Урал Нәсибуллин да Учалылағы хәлдәргә, власть органдары эшмәкәрлегенә ыңғай ҡарашын асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

Башҡортостан иҡтисадындағы хәлдәр менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, ҡаҙаныштарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ барыһын да 26 февралдә Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО комплексында үтәсәк Рәсәй сәнәғәт форумына саҡырҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры З.Р. Ғибәҙуллин үҙ сығышында «Реаль эштәр»проектына ла туҡталды. Халыҡ өсөн был йәһәттә ниҙәр эшләнеүе тураһында гәзиттә яҙып торабыҙ, 2018 йылда 3 миллион һум бүленһә, быйыл - 3,9 млн һум.

Зәкәриә Рәфғәт улы шулай уҡ барыһын да эскеселек, наркомания менән етдирәк көрәшергә саҡырҙы. «Был - ысын афәт, бына ошо көндәрҙә генә наркоман икәнлеге асыҡланғас, йәш хеҙмәткәребеҙҙе, ике бала атаһын, эштән ҡыуырға мәжбүр булдыҡ», - тип әсенеп бәйән итте ул. Эйе, был заман ҡасафатын күмәкләп кенә еңерлектер.

Шулай уҡ, комбинат артабан да төбәк үҫешенә аҡса йәлләмәйәсәк, тип ышандырҙы. Был ярҙам бик тос икән.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: