Республика етәксеһе Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Ил президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғатнамәһендә лә социаль өлкәгә ҡағылышлы белдереүҙәр яһаны. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, халыҡты борсоған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеген табырға кәрәк.
Ил президенты сығышында демографияны яҡшыртыу өсөн ғаиләләргә һәр төрлө ярҙам вәғәҙәләне, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә лә тәҡдимдәрен әйтте.