Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
26 Февраль 2019, 12:02

Ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ

Рәсәй президентының Федераль Йыйылылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә һәм кеше именлеге иғтибар үҙәгендә булды.

Рәсәй президентының Федераль Йыйылылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ғаилә һәм кеше именлеге иғтибар үҙәгендә булды. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина фекеренсә, Владимир Путин ил халҡы киләсәктә яҡшылыҡҡа үҙгәрештәрҙе тойоп йәшәргә тейешлегенә баҫым яһаны.

"Дәүләт башлығы аныҡ бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйҙы. Һәр кем ыңғай үҙгәрештәрҙе тормошонда күрәсәк. Илдең нигеҙе булған Рәсәй кешеһенә бәйле булды әйтелгәндәр.Беҙ ҡатмарлы демографик ситуацияла йәшәйбеҙ. Шуға күрә лә Мөрәжәғәтнамәнең социаль проблемаларҙы күҙ уңында тотҡан йүнәлеше, тәүрәттән, халыҡты нисек бәхетле, ышаныслы итеүҙе күтәрә", - тине Зөһрә Рәхмәтуллина.

Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: