Яйыҡ
-1 °С
Ясно
Сәйәсәт, иҡтисад
28 Февраля 2019, 10:30

Ил терәге - йәштәр

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә йәштәргә лә иғтибарын йәлеп итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә йәштәргә лә иғтибарын йәлеп итте. “Һеҙҙең талант, дәрт һәм ижади һәләт - Рәсәйҙең иң ҙур байлыҡтарының береһе. Беҙ быны аңлайбыҙ һәм юғары баһалайбыҙ”, - тине ул.

Үткән аҙнала Радий Хәбиров "Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр менән осрашты. Форумда республика етәксеһе йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙән күбеһе ҡәнәғәт ҡалды. Был форумға килгән әүҙем йәштәр араһында йәш яҡташтар берлеге лә вәкилдәре булды. Әүҙем йәштәр араһында сәнғәт өлкәһе вәкилдәре лә бар.

Йәштәр өсөн илдә "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" тигән проект бар. Унда һәр кем социаль-иҡтисади үҫеш программаларын тәҡдим итә ала.
Читайте нас