Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
1 Март 2019, 10:19

Ташламалы ипотека

Был маҡсатта өс йыл эсендә 60 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Май указына ярашлы, Рәсәйҙә ипотека кредиттары буйынса ставка 9%-ҡа тиклем, унан 8%-ҡа һәм унан дә түбәнерәк күрһәткескә тиклем кәмергә тейеш.

Был маҡсатта өс йыл эсендә 60 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Май указына ярашлы, Рәсәйҙә ипотека кредиттары буйынса ставка 9%-ҡа тиклем, унан 8%-ҡа һәм унан дә түбәнерәк күрһәткескә тиклем кәмергә тейеш. Был хаҡта Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдерә. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү сараларын булдырыу мөһим.

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктә ташламалы ипотека программаһын оҙайтыуҙы тәҡдим итте

- 2018 йылдан ғаиләләрендә икенсе һәм артабанғы сабыйҙары тыуған осраҡта, ташламалы ипотека программаһы эшләй. Улар өсөн ставка алты процент, ә ҡалғаны дәүләт тарафынан субсидиялана. Тик ташлама менән 4,5 мең ғаилә генә ҡуллана. Кредит алалар ҙа, уны ҡайтара башлаһалар, льгота ваҡыты тамамлана. Ипотека кредитының барлыҡ оҙайлығына ташламалы процент ставкаһын урынлаштырыуҙы тәҡдим итәм, - тип белдерә ил Президенты.
Был маҡсатта ҡаҙнанан быйыл -7,6 млрд һум, 2020-се йылда - 21,7 млрд, 2021 йылда-30,6 млрд һум йүнәлтеү ҡаралған. Программа 600 мең ғаиләне йәлеп итәсәк.

Беҙҙең хәбәрсе.


Читайте нас: