БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров май айына тиклем Башҡортостан ҡалаларын сүп-сарҙан таҙартырға ҡушты.
- Май айы башланғанға тиклем республика ҡалаларында йыл дауаумында, уға тиклем дә йыйылып килгән сүп-сар булмаҫҡа тейеш. Май байрамдарын ҡалаларыбыҙ таҙа, тәртипкә килтерелгән килеш ҡаршылаһын, - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
Был, әлбиттә, ауылдарға ла ҡағыла. Тиҙҙән башланасаҡ йәмәғәт өмәләрендә тирә-йүнде таҙартыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора.