Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
26 Март 2019, 10:56

Чиновниктар аҡсаны күберәк ала

"Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, "Башҡортостанда чиновниктарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 2018 йылда 57 099 һм тәшкил иткән. Муниципалитеттарҙа саҡ ҡына аҙыраҡ - 42 429 һум. Ошо уҡ ваҡытта республикала халыҡтың уртаса эш хаҡы 38 637 һум булған. Был мәғлүмәттәрҙе Росстат белгестәре иғлан итте.

Һуңғы йылда башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре - 20,5%, урындағы үҙидара чиновниктары - 23,6%, ә ябай граждандар 11,1% күберәк ала башлаған. Федераль башҡарма власть органдарының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре (республиканың Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, Роспотребнадзор һәм башҡалар) уртаса 43 821 һум ала. Был 2017 йылға ҡарағанда 14,8% күберәк. Шулай уҡ статистар былтыр Башҡортостандың барлыҡ органдарында һәм ойошмаларында штаттың тулы булмауы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика хөкүмәте һәм башҡа башҡарма власть органдарында - 3701 кеше (94%), территориаль идаралыҡтарҙа - 8081 (92,7%), муниципаль берәмектәрҙә 7 422 хеҙмәткәр (97,4%) иҫәпләнгән. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең төбәк кимәлендәге дәүләт органдарында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаһында - 691,8 мең, ә муниципаль хеҙмәт вазифаларында 299,8 мең кеше эшләгән.
Читайте нас: