Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
2 Апрель 2019, 17:45

Мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк

Ауыл Советы биләмәләрендә отчет йыйылыштары уҙғарыу һөҙөмтәле эш. Халыҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, һорауҙарына яуап ала.

Ауыл Советы биләмәләрендә отчет йыйылыштары уҙғарыу һөҙөмтәле эш. Халыҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, һорауҙарына яуап ала.

Мәҫәлән, Учалы ауыл хакимиәтендә лә 14 март көнө район хакимитәе вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Сара барышында халыҡ РТС биҫтәһендәге фельд-шер-акушер пунктын төҙөкләндереү тураһында һүҙ күтәргәйне. 27 мартта район хакимиәте башлығы вазиваһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов медицина учреждениеһының торошон шәхсән үҙе барып ҡараны, дауахана хеҙмәткәрҙәре менән ентекле аралашты.

ФАП 1500-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, фельдшер, шәфҡәт туташы ҡабул итә. Графикка ярашлы тар белгестәрҙең ҡабул итеүҙәре ойошторолған. Фельдшер Мәрйәм Солтанбаева әйтеүенсә, бина 1950 йылда төҙөлгән, 2003 йылда капиталь төҙөкләндереү үткәрелгән. Бөгөнгө көндә уның тәҙрәләрен, иҙәндәрен алыштырырға кәрәк, бинаға инеү урынын мотлаҡ яңыртыу талап ителә.

Оҙаҡламай йылытыу миҙгеле тамамланыу менән, аукцион ойоштороп, подрядсыны билдәләгәндән һуң, ФАП-тың процедура кабинетында йылылыҡ система-һын да үҙгәртеп ҡорасаҡтар.

Руслан Ғиләзетдинов медицина учреждениеһын ҡарап сыҡҡандан һуң, мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәген бәйән итте.

- ФАП урынлашҡан бина муниципалитеттың балансында тора, ошо рәүешле ремонтты урындағы бюджет иҫәбенә эшләйәсәкбеҙ. Ғөмүмән, алдағы йылдарҙа муниципаль зданиеларҙа урынлашҡан барлыҡ фельдшер-акушер пункттарында ла ремонт үтәсәк. Үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселегенә ошо ФАП-тарҙың исемлеген әҙерләргә ҡушылған, - тине Руслан Ғәлийән улы.

Әдилә ХӘКИМЙӘНОВА.


Читайте нас: