Баш табип Рөстәм Латипов «Бәйләнештә» селтәрендә үҙенең диуарында апрель айына ҡайһы көндә ниндәй ауылда ҡабул итеүҙәр ойошторолоу графигын урынлаштырған. Һеҙ ҙә белеп ҡуйығыҙ, тикшерелеүгә мотлаҡ килегеҙ.
Өсөнсө һәм дүртенсе апрелдә табиптар Рудник ҡасабаһының сауҙа үҙәгендә эшләйәсәктәр. 5 апрелдә - Бурансы, 8 - 9 апрелдә - Һәйтәк, 10 апрелдә - Сәфәр, 11-12 апрелдә Беренсе Май, 15 апрелдә - Әй-Көсөк, 16 апрелдә - Һөйөндөк, 17 апрелдә - Октябрьский, 18 апрелдә - Амангилде, 19 апрелдә - Ҡобағош, 22 апрелдә - Озерный, 23 апрелдә - Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, 24 апрелдә - Иҫтамғол, 25 апрелдә - Рысай, 26 апрелдә - Вознесенка, 29 апрелдә - Ҡалуй, 30 апрелдә Баҙарғол ауылында ҡабул итеүҙәр ойошторола. Белгестәрҙән ваҡытында ҡаралып ҡалыу, сирҙәрҙе алдан асыҡларға ярҙам итә. Онотмағыҙ, сәләмәтлегегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа бит!