Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт, иҡтисад
12 Апрель 2019, 12:20

Юлдаш тәрилкәләре ҡуйыласаҡ

Һанлы тапшырыу алымына күсеү тураһында һуңғы арала радио-телевизорҙан йыш һөйләйҙәр, был тәңгәлдә беҙ ҙә ситтә тороп ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.

Һанлы тапшырыу алымына күсеү тураһында һуңғы арала радио-телевизорҙан йыш һөйләйҙәр, был тәңгәлдә беҙ ҙә ситтә тороп ҡалмаҫҡа тырышабыҙ.

Белеүебеҙсә, һанлы телевидение «2009-2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Башҡортостанда телеселтәрҙе булдырыу менән Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәре шөғөлләнә.

Ҡайһы берәүҙәр һанлы эфир телевидениеһына тоташыу мәшәҡәтле тип уйлай. Уның бер ҡыйынлығы ла юҡ, мәҫәлән, DVB-T2 стандартлы заманса телевизорға дециметрлыҡ телевизион антеннаны тоташтырыу ҙа етә. Ә инде бынан алдараҡ сығарылған телевизорҙарҙы тоташтырыу өсөн DVB-T2 стандартлы һанлы приставка талап ителә.

Халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һа-йын балалар пособиеһына хоҡуҡлы мохтаж ғаиләләргә приставка һатып алыуға компенсация ла ҡаралған.

Дәүләт ярҙамы бер тапҡыр ғына күрһәтелә. Әгәр бер хужалыҡта, йәғни ғаиләлә компенсацияға хоҡуҡлы бер нисә кеше йәшәһә, аҡсалата ярҙам уларҙың һәр береһенә айырым түләнмәй.

Компенсацияны ағымдағы йылдың 25 декабренә тиклем юллап өлгөрөргә кәрәк. Уның суммаһы быйыл һатып алынған һанлы телевидение ҡорамалының хаҡына ҡарап билдәләнә, әммә бер мең һумдан артыҡ була алмай.

Муниципаль район хакимиәтендә белдереүҙәренсә, төбәгебеҙҙә һанлы телевидение зонаһы булмаған йә-ки өлөшләтә сигнал килгән урындарға юлдаш тәрилкәләре ҡуйыласаҡ. Был зонаға, Учалы Сәфәр, Илсе, Ҡунаҡбай, Мансур, Туңғатар, Кирәбе, Наурыҙ, Мәҫкәү, Ҡоҙаш, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Сораман, Ишмәкәй, Ҡарт Муйнаҡ, Һөләймән, Ҡолош, Урал, Ҡалуй, Һөйөндөк, Һөйәрғол, Муса, Танычау, Күбәк ауылдары, Шартымка станцияһы инә. Учалы ҡалаһында Рудник ҡасабаһына ингән урында, Лесмаш биләмәһендә һәм Ҡунаҡбай биҫтәһендә бер нисә йортҡа сигнал барып етмәйәсәк. Шулай уҡ пенсияға федераль өҫтәмә социаль түләү-ҙәр алған пенсионерҙарға, балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәрилкәле булыу мөмкинлеге бар.

- Барлыҡ ауыл хакимиәттәрендә лә эш алып барыла. Ташламаға эйә булған граждандарҙың исемлектәре билдәле, уларға хәбәр әйтелгән. Юлдаш ҡоролмаһы ҡуйыуға 350 ғариза йыйылған, исемлек тикшерелә. Мәҫәлән, сигнал ҡабул итмәгән биләмәләр араһында Сәфәр ауылы ла бар, ләкин ҡайһы бер урамдарға сигнал барып етә. Шуға ҡарамаҫтан, льготалы категорияға ҡараған кешеләр антенна алырға өмөт итеп ғариза яҙа. Ҡоролманың хаҡы алты мең һум, уны Өфө белгестәре килеп урынлаштырасаҡ. Әлегә ыңғай яуап бирелгән заявкалар булһа ла, бер тәрилкә лә ҡуйылмаған. Ғариза ҡабул итеүҙе дауам итәбеҙ. Урындағы радио-телевидение, «Яйыҡ», «Учалинская газета» баҫмалары аша аңлатыу эше алып барабыҙ. Ҡалала күп фатирлы йорттарҙың комитет рәйестәре ярҙам күрһәтә. Кем телевидение ҡоролмаһы ҡуйҙырыуға мохтаж, шуларҙың исемлеген төҙөп бирәләр. Тау сәнәғәте, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары араһында ирекмәндәр бар, - тине район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе, һанлы телевидение өсөн яуап биреүсе Артур Суфиянов.

Һанлы телевидениеға күсеү буйынса ауыл хакимиәттәре лә халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтә, аңлатыу эштәре алып бара.

- Беҙҙең Уральск ауыл Советына Октябрьск, Уральск, Ишкен, Баҙарғол, Иҫтамғол ауылдары ҡарай. Йәмғеһе 2920 кеше йәшәй. Һанлы телевидениеға районда тәүгеләрҙән булып тоташтыҡ, тапшырыуҙарҙы былтыр уҡ ҡарай башланылар. Халыҡ хәҙер бик мәғлүмәтле. Йәше лә, ҡарты ла яңы алымға нисек күсергә икәнен яҡшы белә. Әлбиттә, әгәр һорауҙары булһа, аңлатып, ярҙам итеп ебәрәбеҙ. Биләмәлә утыҙ кешенең приставкаға ташлама алырға хоҡуғы бар. Ололарҙың пенсия фондына барып, белешмә юлларға ваҡыттары ла, мөмкинлектәре лә юҡ. Шуны иҫәпкә алып, үҙебеҙ хат яҙып, һоратып алдыҡ. Кемдәр льготалары менән файҙаланырға теләй ғариза яҙҙылар, күп функциялы үҙәккә заявкалар ебәрҙек, - тип белешмә бирҙе ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Әхмәҙиев. Ошо ауылда йәшәүсе Рәйес Рәхимов һанлы тапшырыуҙарҙы былтырҙан уҡ ҡарай икән.

- Өйҙә IP телевидение ла, һанлыһы ла күрһәтә. Сифаты яҡшы, дәғүәләр юҡ. Төбәк һәм урындағы Учалы ТВ каналдарының юҡлығы ғына насар. Киләсәктә, бәлки, проблеманы хәл итерҙәр, - ти ул.

Әйткәндәй, ғәҙәти аналог алымда каналдарҙы күрһәтеү 2019 йылдың 3 июнендә туҡтатыласаҡ. Шуға тиклем халыҡҡа телевизорҙы ниндәй антенна менән ҡараясаҡтарын хәл итеп ҡуйырға кәрәк. Магазиндарҙа һанлы приставкаларҙың хаҡы, техник мөмкинлектәренә ҡарап, 900 һумдан өс мең һумға тиклем.

Һанлы телевидение менән айырым ойошма шөғөлләнмәй, әгәр ҙә һорауҙарығыҙ бу-лһа, эш көндәрендә +7(347)-246-45-78 телефоны буйынса «Башҡортостан Республикаһының радиотелевизион тапшырыу үҙәге»нең консультация ярҙамы үҙәгенә йәки 88002202002 һандары буйынса федераль «ҡыҙыу линия»ға шылтыратып (шылтыратыу бушлай), көйләү буйынса кәңәштәр алырға мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар менән ауыл хакимиәттәренә барығыҙ.

Нурия ШӘРИПОВА.

Читайте нас: